Яйыҡ
+26 °С
Облачно
Новости
24 Декабря 2020, 10:46

Йәш артистар концерттарға әҙерләнә

Учалылар грантты файҙаға тота белер!

Быйыл йәй районыбыҙҙағы коммерцияға ҡоролмаған “Изгелек ҡыл” ( “Дари добро”) ойошмаһы “Сикләүҙәрһеҙ йәшәйеш” ( “Жизнь без границ”) проекты менән президент гранты отҡан була. Бүленгән 308 мең һумға компьютерҙар, оргтехника, махсус музыка аппаратураһы -микрофондар, колонкалар, микшер пульты, тауыш картаһы алынды, тип хәбәр итә район хакимиәте.
“Сикләүҙәрһеҙ йәшәйеш” проектында һәммәһе ике йөҙләп кеше – физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар, уларҙың ата-әсәләре, ирекмәндәр ҡатнаша.
-Беҙҙең ниәттә – инклюзив, йәғни барыһы өсөн дә яйлы концерт бригадаһы булдырыу, шартына килтереп балаларҙың йырҙарын дисктарға яҙҙыру, - ти ойошманың етәксеһе һәм проект инициаторы Регина Абзалова.- Ошо ынтылышыбыҙҙа беҙҙең ышаныслы партнерға әйләнгән «Bakshai Star» тауыш яҙҙырыу студияһына ныҡ рәхмәтлебеҙ.
Дипломлы музыка белгесе булараҡ, йырларға Регина Абзалова үҙе өйрәтә, «Bakshai Star» хеҙмәткәре Илнур Каллямов һәр яҡлап булышлыҡ итә икән. Проект сиктәрендә ҡала ғына түгел, Уральск, Илсе, Сәфәр, Ҡоҙаштан да йәш артистар шөғөлләнә, ти. Грант аҡсаһының бер өлөшө сәхнә костюмдары алыуға тотонолған, карантин сикләүҙәре ғәмәлдән сыҡҡас, концерт күрһәтә башлауҙары көтөлә.
“Изгелек ҡыл” ойошмаһы 2016 йыл барлыҡҡа килгән. Физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре тупланып, бер-беренә ярҙам күрһәтә, хеҙмәттәшлек итәләр, балаларҙы оло тормошҡа әҙерләйҙәр.
Читайте нас