Яйыҡ
+26 °С
Ясно
Новости
24 Декабря 2020, 13:30

Һынауҙар

ҺЫНАУҘАР.Һеңгәҙәтеп ҡуя ҡайсаҡ тормош,Хыял ҡанаттарын ҡайырып.Барам тигәненә ҡаршы төшә,Алам тигәненән айырып.Кем хатаһыҙ...кемдең йөгө еңел,Ул бит бары һинең өлөшөң,Баҡыр услаһаң да төңөлмә һин,Балҡыр әле бер саҡ көмөшөң.Ҡартаябыҙ тиеп, әйтке килмәй,Ғүмер үрҙәренә менһәктә.Үкенмәйек тормош уңманы тип,Тешләп булмағандай терһәкте.Эй, ҡыҫҡа ла икән, был ғүмеркәй,Үткәнендә һиҙмәй ҡалабыҙ.Донъя беҙгә ҡайсаҡ һыртын ҡуя,Теймәһә лә артыҡ маҙабыҙ.Күпме тейәһә лә, зарланмайса,Үҙ йөгөм тип, тарта бирәбеҙ.Көс- ҡеүәтең генә кәмегәнен,Һарҡыуҙарға еткәс һиҙәбеҙ.Келтер- келтер ҡартлыҡ йөгөн һөйрәй,Тигеҙ ерендә лә абына.Яңғыҙ ҡалмаммы тип, ҡартлығын да,Күңеленә уйҙар һарыла.Һәр кем күңелен дә йылы өмөт,Яҡындарың янда булыуы.Осар ҡанат ҡуйған балаларҙың,Ҡанат аҫтарына алыуы.Р. Ибрагимова.

ҺЫНАУҘАР.
Һеңгәҙәтеп ҡуя ҡайсаҡ тормош,
Хыял ҡанаттарын ҡайырып.
Барам тигәненә ҡаршы төшә,
Алам тигәненән айырып.
Кем хатаһыҙ...кемдең йөгө еңел,
Ул бит бары һинең өлөшөң,
Баҡыр услаһаң да төңөлмә һин,
Балҡыр әле бер саҡ көмөшөң.
Ҡартаябыҙ тиеп, әйтке килмәй,
Ғүмер үрҙәренә менһәктә.
Үкенмәйек тормош уңманы тип,
Тешләп булмағандай терһәкте.
Эй, ҡыҫҡа ла икән, был ғүмеркәй,
Үткәнендә һиҙмәй ҡалабыҙ.
Донъя беҙгә ҡайсаҡ һыртын ҡуя,
Теймәһә лә артыҡ маҙабыҙ.
Күпме тейәһә лә, зарланмайса,
Үҙ йөгөм тип, тарта бирәбеҙ.
Көс- ҡеүәтең генә кәмегәнен,
Һарҡыуҙарға еткәс һиҙәбеҙ.
Келтер- келтер ҡартлыҡ йөгөн һөйрәй,
Тигеҙ ерендә лә абына.
Яңғыҙ ҡалмаммы тип, ҡартлығын да,
Күңеленә уйҙар һарыла.
Һәр кем күңелен дә йылы өмөт,
Яҡындарың янда булыуы.
Осар ҡанат ҡуйған балаларҙың,
Ҡанат аҫтарына алыуы.
Р. Ибрагимова.
Читайте нас