Яйыҡ
+17 °С
Ясно
Новости
25 Декабря 2020, 08:35

Ғаиләнең ысын ҡәҙерен белеп йәшәйек

Балалар аҡсаһына эсеп ятҡандар ҙа бар шул беҙҙҙә...

“Ғаилә” Учалы үҙәге БР дәүләт ҡаҙна учреждениеһының ғаиләләр менән эш буйынса белгесе Луиза Фәтих ҡыҙы Нуриева менән осраштыҡ. Ни тиһәң дә, Яңы йыл – ғаилә байрамы тип иҫәпләнә бит инде. Ошо, һәр йәмғиәттең төп күҙәнәге генә түгел, нигеҙ ташы булған төшөнсә тураһында һөйләшеп алайыҡ.
-Һеҙҙең өсөн 2020 йылдың иң ыңғай ваҡиғаһы булып нимә ҡалыр?
-1 октябргә тиклем районыбыҙҙағы “Өмөт” приюты һәм “Ғаилә” үҙәге Белореттағы Көнсығыш район-ара үҙәктең учреждениеһы составында инеләр. Хәҙер был ике социаль учреждение Учалы балалар йорто менән берләштерелеп, “Ғаилә” Учалы үҙәге БР дәүләт ҡаҙна учреждениеһы пәйҙә булды. Үҙәк Учалы ауылындағы Балалар йортонда урынлаша, етәксеһе – Гүзәл Минһаж ҡыҙы Мәғәсүмова. Берләштереү районы властары инициативаһы менән һәм БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ярҙамында башҡарыла. Тырым-тараҡай тотоноуҙан арынғас һәм етәкселек үҙебеҙҙә булғас, хәҙер эш итеүе күпкә еңелерәк һәм һөҙөмтәлерәк. Юҡҡа-барға, ваҡ йомош менән дә Белоретҡа шылтыратыр, барыр, кәрәкмәй. Учреждениеның бурысы – матур итеп отчет биреү түгел бит, мөҡәддәс бурысыбыҙ – урындағы ҡарауһыҙ балаларға, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү. Мөрәжғәт итеү, белешмә алыу өсөн берләштерелгән учреждениеның телефон номеры - (834791) 5-23-42. Бәйләнештә социаль селтәрендә “Ғаилә” Учалы үҙәге рәсми сәхифәһен дә асты, адрестары - https://vk.com/public173638952.
Ә фәҡәт “Ғаилә” хеҙмәте элекке урындарында ҡалды: Учалы ҡалаһы, Ленин урамы, 4-се йорт, 5,6,21,22,23,24-се кабинеттар. Телефон номеры - 8 (34791) 6 – 21 – 38. Социаль селтәрҙәге сәхифә - //vk.com/club159957072, электрон адрес - otduchaly.vmczsemya@mail.ru. Юрист, медиатор (килештереүсе), психолог, логопед, социаль эш буйынса белгес, ғаиләләр менән эш буйынса белгес, мәҙәни ойоштороусы. Етәксе – тәжрибәле хоҡуҡ белгесе Айрат Нәби улы Зарипов.
-Һеҙгә кемдәр мөрәжәғәт итә ала?
- Һәр кем тиергә мөмкиндер, сөнки стратегик бурысыбыҙ – ғаилә институты нығыныуға һәр яҡлап булышлыҡ итеү. Һәр әҙәм балаһының ғаиләләргә ниндәйҙер ҡағылышы бар, ҡуян ғына, мәҡәлдә әйтелгәнсә, бала таба ла, ҡуйыр урын тапмай ҡалдырып китә..... Теүәлерәк сикте лә билдәләргә мөмкин - балиғ булмаған балалар тәрбиәләнгән ғаиләләр беҙҙең иғтибар үҙәгендә. Эйе, төрлө алымдар ҡулланып матди ярҙам күрһәтелеүҙе лә хәстәрләйбеҙ (был хаҡта “Яйыҡ”та даими яҙыла), ләкин байтаҡ осраҡта кешеләргә кәңәш ярҙамы ла бик мөһим. Әйтәйек, ыҙғыш ҡуба икән, тик бер яҡты алған туған-тумасаға ҡарағанда, сәбәптәр һәм ҡотолоу юлдары тураһында беҙҙең психолог, медиатор, юристың әйткәне дөрөҫөрәк һәм файҙалыраҡ булырҙыр.
-Берәй бындай миҫалды килтерә алаһығыҙмы?
- Бер ҡатын тәүге ире менән айырылыша. Икенсе ире менән ЗАГС-та теркәлмәйенсә генә йәшәйҙәр. Ҡатын йөккә ҡалғас, һис көтмәгәндә был иптәше вафат була. Бик ауыр, башты ташҡа һуғырлыҡ хәлдә ҡалдым, тип төшөнкөлөккә лә бирелерлек. Ярар за үҙәгебеҙгә бәйләнешкә сыға. Етксебеҙ Айрат Нәбиевичтың квалификациялы юридик кәңәштәре менән, баланың атаһы кем икәнлеге рәсмиләштерелде, аҫраусыһыҙ ҡалыу сәбәпле пенсия түлнеү юлланды. Әйткәндәй, был ҡатын мәрхүмдең әсәһе менән яҡшы мөнәсбәт булдырҙылар, законлы никахта тыумаһа ла, икеһе өсөн дә берсә яҡын кешеләренең балаһы тураһында һүҙ бара бит. Өсөнсө тапҡырға ла кейәүгә сыҡты, йәнә әсәй булды, күҙ генә теймәһен инде, тормошо яйланды.
-Яҡшы ғаиләләр тураһында гәзитебеҙҙә лә йыш яҙыла, һеҙгә иһә күберәген бигүк имен булмағандар менән шөғөлләнергә тура киләлер инде?
-Әлеге көндә балиғ булмағандар инспекцияһында 161 ғаилә иҫәптә тора, 346 сабый социаль йәһәттән имен булмаған хәлдә (СОП – социально опасное положение) тип иҫәпләнә. Миҫалдар килтерә башлаһаң, гәзит уҡыусының кәйефе ҡырылмаҫмы?
....Ҡалала әсәй кеше иҙән йыуыусы булып эшләүен эшләй, ләкин эскеселектән арына алмай. Тормош иптәше төрмәлә ултыра. Ике балалары ашаһа ашап, ашамаһа ас көйөнсә, тейешле тәрбиә күрмәйенсә йәшәйҙәр. Әлбиттә, әсәй аҡылға килмәһә, балалары тартып алынасаҡ. Тик сабыйҙарҙың һис кенә лә, әрһеҙ булһа ла, ҡәҙерленән-ҡәҙерле, берҙән-бер әсәйҙәренән айырылғылары килмәй.... Бындай осраҡтарҙа балаларҙы ваҡытлыса приютҡа урынлаштырып алыу ҙа булдыҡһыҙ ата-әсәне тетрәндерә торған, йәһәт, холоҡто төҙәтттек, тип йүгерешә башлайҙар.
....Ауылда көн күргән өс бала атаһы. Эсеп ала ла (бик йыш була), ҡатынын ныҡ туҡмай, балаларға быны күреү ниндәй стресс! Остоҡ ҡына бит әле үҙе, бер һуҡһаң йәне сығыр.... Күрәһең, ирҙәргә көсө етмәгәс, исмаһам, ҡатыныма дөбөр үтә, тип кинәнәлер. Был шаҡшылыҡтың нигеҙе нимәлә икәнлекте асыҡлау өсөн психологҡа саҡырғайныҡ, бында ла эсеп килде. Әлбиттә, иҫерек бәндәнең шыйыҡланғанын тыңлап торманыҡ, бороп сығарҙыҡ. Ҡаты итеп иҫкәртеүемде аңлаған булды шикелле – артабан да шулай ҡыланһа, үҙенә үпкәләһен – ҡаршы торорлоҡ көс тә, закон да табылыр!
... ишле балалар әсәһе ауылда, ҡупшы, уңайлы йортта көн күрә, иптәше вахта ысулы менән Себерҙә кәсеп иткәс, аҡсаға ҡытлыҡ кисермәйҙәр. Тик хужабикә эсеүгә һалыша башланы. “Нимә етмәй һуң һиңә, ниңә баларыңды йәлләмәйең!?” – тип шелтәләй башлағайным, әллә ысын, әллә юрамал былай тип яуаланы: “ Интернет булһа, эсмәҫ инем”. Баҡһаң, Бөтә донъя селтәренә тоташтырыуҙа ниндәйҙер техник ҡытыршлыҡ пәйҙә булған икән. Мин дә еңмеш, тейешле учреждениеларға мөрәжәғәт итә торғас, өйҙәренә интернет үткәрелде. Насар холҡон һаман да ташламаһа, оялтырға тағы бер нигеҙ булды.
-Оялалармы һуң? Бәғзе кешеләрҙең: “Хәлегеҙҙән килһә, һеҙ ҙә эскән булыр инегеҙ!” – тип маһайғандарын да ишетергә тура килгәне бар.
-Ни әйтәһең инде, күпселек ғаилә фажиғәләрең нигеҙендә – фәҡәт эскелек. Балаларына тәғәйен аҡсаны, шул иҫәптән пандемия айҡанлы бирелгән пособиелар иҫәбенә “байрам” итеүселәрҙе телгә алғы ла килмәй! Бар шул ундайҙар ҙа. Элегерәк, бер-ике тиҫтә йыл элек, оялтыуға нығыраҡ тәьҫир итә торғайнылар, хәҙер, һүҙҙең дөрөҫөн әйткәндә, деградация осраҡтарын күберәк күҙәтергә тура килә. Йәнәһе лә, бар донъя ғәйепле, барыһы ла миңә ниһер тейеш, мин генә фәрештәләй паҡ....Тик, ҡабатлап әйтәм, шаҡшыларға ҡаршы торорға көс тә табыла, закон да. Был йүнәлешкә иғтибар арта ғына барасаҡ, һәр баланың тейешле тәрбиәләүгә, айыҡ атай-әсәйгә хоҡуғы бар. “Бала минеке, ни теләһәм, шулай итәм!” – тигән заманалар үткән быуатта ҡалды.
-Һеҙҙе, шундай танышмаҡ һәм дәрт-дарманлы булғас, төбәгебеҙҙә белмәгән кеше һирәктер. Шулай ҙа биографияғыҙ менән таныштырығыҙ әле.
-Танышмаҡ булыуым холоҡ үҙенсәлеге генә түгел, был уңышлы эш алып барыу өсөн ныҡ кәрәк һыҙат! Әйтәйек, берәй киҫкен хәлдәге кешегә ярҙам алыу өсөн берәй учреждениенан ашығыс белешмә-фәлән килтереүе талап ителә икән. Ярҙамға мохтаждар ғәҙәттә баҙнатһыҙыраҡ була, оҙаҡ юллап, сират көтөп йөрөһә, ҡул һелтәп ҡайтып китеүе лә бар. Ә былай, был учреждениелағы берәй танышыма шылтыратам да, фәлән-фәлән кеше килер, зинһар, хәленә инегеҙ инде, тип үтенәм. Вазифала ултырғандар ҙа шул уҡ кеше бит ул, мөмкинлек бар икән, ауыр хәлдә ҡалғандарға ихлас күңелдән ярҙам итергә тырышалар.
-Әйҙәгеҙ, үҙегеҙ тураһында һорауҙы урап үтмәгеҙ әле, ҡайҙа тыуҙығыҙ, ҡайҙа уҡынығыҙ?
- Сығышым - Миндәк ҡасабаһы. Атайым – Фәтих Әхмәҙулла улы Шәрипов Әбләздән ине. Һуғыш йылдарында Пермь өлкәһенә ФЗО-ға ебәрәләр ҙә, үҫмер көйөнсә ҡулын ныҡ имгәтә.... Бик теремек һәм зирәк ине, зәғифләнһә лә, техникум тамамлап, уҡытыусы, һалым инспекторы, финотдел хеҙмәткәре булып эшләне. Әсәйем Нурия Сәхи ҡыҙы ғүмер буйы Миндәк фабрикаһында байыҡтырыусы булып бил бөктө. Туҡтауһыҙ ҡабатлар ине: “Уҡығыҙ, ҡыҙҙарым, уҡығыҙ! Уҡыған кешегә тормош еңелерәк бирелә”. Бер ғаиләлә алты ҡыҙ үҫтек – Зифа, Лилиә (ауыр тупрағы еңел булһын!), Фәүриә, мин, минең игеҙәк Лариса һәм Зөлфиә. Беребеҙ ҙә ата-әсәләребеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнек буғай. Мин үҙем башта Өфөлә кооперация техникумын тамамланым, Һуңынан Мәскәү кооперация институтында белем алдым. Диплом тотҡас, тормош иптәшем Рим Риф улы менән “Башпотребсоюз” системаһында Мәсетле, Бүздәк райондарында эшләнек. Ҡыҙҙарыбыҙ тыуҙы, һуңынан Айгөл менән Илмира Башҡорт ауыл хужалығы институтын, ә Эльвира - Мәскәүҙә Бауман исемендәге данлыҡлы техник училищены тамамланылар. Уларҙың барыһы ла шөкөр. Беҙҙең Учалы йәшү өсөн дә, бала үҫтереү өсөн дә ҡулай бит ул (ҡәҙерен генә беләйек!), тап балаларҙы хәсәтрләп 2000-се йылдарҙа тыуған яҡтарға ҡайтылды, район хакимиәтенең сауҙа бүлеге белгесе, бүлек начальнигы вазифаларында хеҙмәт иттем. Әммә халыҡты социаль яҡлау эше фиғелемә нығыраҡ тура киләлер – 2005 йыл был өлкәгә күстем дә, һис тә үкенгән юҡ әлегә тиклем!
-Әңгәмәнең аҙағында ни әйтер инегеҙ?
-Барыһын да Яңы йыл менән ҡотлайым! Барыһы ла ғаиләнең, туғанлыҡтың ысын ҡәҙерен белһен тигән теләктә ҡалам. Дан-шөһрәт, текә һәм ҡыҙыу холоҡ, саманан тыш эшлеклелек, донъя малына әүрәп, аҡсаға ҡанығыу, шул тиклем әүрәткес булып тойолған шөғөлдәр һәм яман ғәҙәттәргә бирелеү - улар барыһы ла ваҡытлыса ғына бит ул! Ә бына ғаилә, туған-тумасалыҡ мөнәсәбәттәре – мәңгелек ҡиммәт, әҙәм балаһын һуңғы һулышына тиклем йылыта, йәшәргә көс һәм дәрт бирә, ошо хаҡта беребеҙ ҙә онотмаһаҡ ине!
Илфат ЯНБАЕВ
Читайте нас