Яйыҡ
+10 °С
Ясно
Новости
25 Декабря 2020, 18:05

Башҡортостандың ҡала-райондарында балаларға Радий Хәбиров исеменән Яңы йыл күстәнәстәре таратылды

Башҡортостандың ҡала-райондарында балаларға Радий Хәбиров исеменән Яңы йыл күстәнәстәре таратылды.

Был йыл барыбыҙҙың да тормошона үҙгәрештәр килтерһә лә, беҙ уҡыусыларҙы дәртләндереү мөмкинлеген таптыҡ. Үкенескә ҡаршы санитар-эпидемиологик хәл һөҙөмтәһендә балаларҙы Башҡортостан Республикаһының төп шыршыһында йыйып булманы. Шулай ҙа Радий Фәрит улының ярҙамы менән төбәктә йәшәүсе балалар БР Башлығы исеменән Яңы йыл бүләктәре алып һөйөндө, - тип белдерҙе мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Муниципалитеттарҙа бүләктәрҙе тапшырыу район-ҡаланың төп шыршыһы янында алдан төҙөлгән исемлек буйынса үтте.

"Йәшлек" гәзитенән.

Фото: Учалы район хакимиәтенең мәғариф бүлеге.

Читайте нас