Яйыҡ
+26 °С
Ясно
Новости
25 Декабря 2020, 10:40

Биҙәүестәр - күңел талабы

“Бәйләнештә” социаль селтәрендә "Милли биҙәүестәр" сәхифәһенә тап булдыҡ. Унда ҡуйылған фотоһүрәттәрҙе күргәс һоҡланмау мөмкин түгел. Иҫ китмәле матур, үҙенсәлекле, стилләштерелгән биҙәүестәр! Сәхифә хужаһы менән бәйләнешкә инеп, күҙ яуын алырлыҡ сулпы-биҙәүестәр эшләүсе ҡыҙ менән яҡындан таныштыҡ.Нүридә Юнысова - Әбйәлил районының Байым ауылы ҡыҙы.

Һуңғы йылдарҙа гүзәл заттарҙың боронғо кейем өлгөләренә, биҙәүестәргә ҡыҙыҡһыныуы артты. Селтәр-ҡашмау таҡҡан, стилләштерелгән милли кейемдәр кейгән башҡорт һылыуҙарын мәҙәни сараларҙа ғына түгел, көндәлек тормошта ла йыш осратырға мөмкин.
“Бәйләнештә” социаль селтәрендә "Милли биҙәүестәр" сәхифәһенә тап булдыҡ. Унда ҡуйылған фотоһүрәттәрҙе күргәс һоҡланмау мөмкин түгел. Иҫ китмәле матур, үҙенсәлекле, стилләштерелгән биҙәүестәр! Сәхифә хужаһы менән бәйләнешкә инеп, күҙ яуын алырлыҡ сулпы-биҙәүестәр эшләүсе ҡыҙ менән яҡындан таныштыҡ.
Нүридә Юнысова - Әбйәлил районының Байым ауылы ҡыҙы. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының Учалы факультетына (башҡорт-рус филологияһы) уҡырға килә. 2012 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлап, уҡытыусы булып эшләй башлай. Һуңынан Учалы районы мәғариф бүлегенә рус теле һәм әҙәбиәте методисы булып күсә. Тормош иптәше менән ике бала үҫтерәләр, әле өсөнсөһөн көтәләр.
- Бала менән өйҙә тик кенә ултыра алмаҫымды белеп, үҙемә шөғөл эҙләй башланым. Төрлөһөнә тотоноп ҡарап, стилләштерелгән милли биҙәүестәрҙе һайланым. Бала саҡтан ҡул эштәре менән шөғөлләнергә яратам. Бер нисә йыл элек халыҡта милли биҙәүестәргә ихтыяж тыуҙы. Күреп оҡшаттым да үҙемсә эшләп ҡарарға булдым. Шулай итеп, бына инде ике йыл яратҡан һөнәрем менән булышам», - ти Нүридә.
Бәпес менән өйҙә ултырған ҡатындың эшләгән биҙәүестәрен һатып тапҡан килеме, үҙе әйтеүенсә, хужалыҡта ярап ҡала. Әммә аҡса ағылып килмәй, бер мәлдә генә булып ала. Байрамдар алдынан бүләк алыусылар күбәйә.
Нүридә әйтеүенсә, бер биҙәүескә киткән ваҡыт, аҡса күләмендә һанаһаң, ҡайһы саҡ үҙен аҡлап та етмәй. Әммә эшләгән мәлдәге кисергән хис-тойғолар шуға торорлоҡ. Һәр биҙәүесенә йөрәк йылыһын һалып, изге теләктәрен ҡушып башҡара йүнсел ҡыҙ.
Әйткәндәй, был шөғөл менән Нүридәнең әсәһе - Зилә Иштимер ҡыҙы Толонғужина ла шөғөлләнә икән.
Сулпы-биҙәүестәрҙе, хәситәне (түшелдерек) эшләү өсөн күп көс һәм түҙемлелек кәрәк. Уның тәңкә-биҙәүестәрен ҡуйғанда ла бик иғтибарлы булыу зарур икән. Мәҫәлән, хәситәгә төрлө биҙәүестәрҙе һалып сыҡҡас, уны һаҡ ҡына итеп тегеп сығырға кәрәк. Епте лә уның төҫөнә ҡарап һайларға кәрәк.
Элек-электән һаҡал-түшелдеректәр ҡатын-ҡыҙҙы ауырыу-сихәттән һаҡлаһа, ә бына уның сыңлап торған тәңкәләре насар көстәргә, күҙ тейеүҙән сикләй. Мәҫәлән, ҡыҙыл төҫ эшкә һәләтлекте арттыра, ҡан баҫымын яйға һала. Аҡ таштар күҙҙе һаҡлай, осҡорлоҡто яҡшырта, ә йәшел төҫтәр иһә күңел тыныслығын һаҡлай.
Әйткәндәй, Нүридә беҙҙең отош бүләктәре бағыусыһы ла әле. Ул эшләп биргән хәситә үҙ хужаһын тапты.
Читайте нас