Яйыҡ
+25 °С
Ясно
Новости
25 Декабря 2020, 10:45

Бына улар - отош еңеүселәре!

Беҙҙе бүләктәр менән тәьмин итеүсе бағыусыларыбыҙҙың береһе - "Урал аръяғы Агро" МТС-ы булды. Йәмғиәттең директоры Ғәлимйән Хилажевҡа отош үткәрергә ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткәс, үтенесебеҙҙе кире ҡаҡманы - бүләккә 4 тоҡ бойҙай бирҙе. Отош һөҙөмтәләре буйынса уның береһе Ишмәкәй ауылынан Фәнжиә һәм Салауат Мәғәфүровтарға эләкте.

Тиҙҙән барлыҡ теләктәрҙе тормошҡа ашырған иң тылсымлы мәл - Яңы йыл етә. Һәр йылдағыса үҙебеҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙ - 2021 йылға “Яйыҡ” гәзитенә яҙылыусылар өсөн бүләктәр әҙерләнек. Белеүегеҙсә, бүләктәрҙең бер өлөшөн уҙған аҙнала оттороп, шәхсән үҙебеҙ алып барып тапшырып, подписчиктарыбыҙҙы ҡыуандырған инек. Был аҙнала ла сираттағы бүләктәрҙе отторҙоҡ һәм таратып бирҙек. Ә төп бүләк - бер машина утын - әле отторолманы. Ул киләһе аҙнала билдәле буласаҡ.
Беҙҙе бүләктәр менән тәьмин итеүсе бағыусыларыбыҙҙың береһе - "Урал аръяғы Агро" МТС-ы булды. Йәмғиәттең директоры Ғәлимйән Хилажевҡа отош үткәрергә ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткәс, үтенесебеҙҙе кире ҡаҡманы - бүләккә 4 тоҡ бойҙай бирҙе.
Отош һөҙөмтәләре буйынса уның береһе Ишмәкәй ауылынан Фәнжиә һәм Салауат Мәғәфүровтарға эләкте.
-"Яйыҡ"ты алдырмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Бер тапҡыр килгән көнө уҡыйбыҙ, онота биргәс, тағы бер ҡабат уҡып сығабыҙ. Бүләк оторбоҙ тип һис көтмәгән инек. Ауыл кешеһенә ни, бигерәк шәп бүләк. Беҙҙән бигерәк тауыҡтарыбыҙ ҡыуаныр, - тип шатлығы менән бүлеште Мәғәфүровтар.
Фәнжиә апай менән Салауат ағай икеһе лә Ишмәкәй ауылында тыуып үҫкәндәр. Икеһенең дә аталары Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары. Ғаилә башлығы "Урал" колхозында водитель булып эшләгән, Фәнжиә апай һауынсы булған. Әле икеһе лә хаҡлы ялда. Өс балаға ғүмер биргәндәр. Резеда менән Рита ҡыҙҙары Өфөлә төпләнгән, шәхси эшҡыуарҙар. Радик улдары тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт итә.
-Форсаттан файҙаланып, барыһын да яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ. Яңы йыл тик уңыштар алып килһен, ныҡлы һаулыҡ, бәхеттәр теләйбеҙ, - тип оҙатып ҡалдылар Мәғәфүровтар.
Шулай уҡ берешәр тоҡ бойҙай Ҡоҙаш ауылынан Урал Рәхмәтуллинға, Ураҙ ауылынан Мәрйәм Вәлиеваға, Яңы Байрамғол ауылынан Ғәзим Лоҡмановҡа, Уральск ҡасабаһынан С. Сабирйәновҡа эләкте.
Яңы Байрамғол ауылынан Разия Хәбирова - сәй, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡолдан М. Ғәлиуллин - йылы итек, Наурыҙ ауылынан Динара Ғабдрахманова - өс литрлыҡ көнбағыш майы, Ҡунаҡбай ауылынан Лида Шайморатова - миксер, Ҡалҡан ауылынан Вәкил Фәсхүтдинов - сәғәт, Илсе ауылынан Азат Сибәғәтуллин - юрған, Учалы ҡалаһынан М. Ғәйнуллина менән ? Шәрәфетдинова - башҡорт балы, Т. Сәлихова менән ? Ситдиҡов - ҡымыҙ оттолар. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Уларға бүләкте шәхсән алып барып тапшырыу форсаты булманы, шуға күрә беҙҙең менән бәйләнешкә сығыуығыҙҙы һорайбыҙ. Бүләктәрҙе ҡасан, нисек алыуҙы аңлатырбыҙ.
Беренсе биттә йүнсел ҡыҙ - Нүридә Юнысова тураһында бәйән иткәйнек. Матур-матур биҙәүестәр эшләүсе ҡыҙҙың бүләге - Ҡунаҡбай ауылынан Таңһылыу Йосоповаға эләкте. Таңһылыу Рәүил ҡыҙы Ҡунаҡбай ағинәйҙәре ойошмаһының актив ағзаһы. Ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергән, улар икеһе лә "Тиҙ ярҙам" фельдшерҙары. Һигеҙ ейән-ейәнсәре лә йыр-бейеүгә маһирҙар. Илүзә, мәҫәлән, яңы ғына "Соловушка" исемле зональ конкурста ҡатнашып, беренсе урынға лайыҡ булған. "Тауыш", Абдулла Солтанов призына үткәрелгән конкурстарҙа призлы урындар яулаған. Халыҡ йырҙарын яратып башҡара. 10 йәшенә бүләк итеп, өләсәһе ейәнсәренә башҡорт милли костюмын тектереп биргән. Зөһрә ейәнсәре бейей, флейтала уйнай. Алсын ейәне лә Ҡунаҡбай балалар музыка мәктәбе уҡыусыһы. Ҡурайҙа, гармунда уйнай.
- Гәзит беҙгә элек-электән килә, әсәйем яратып уҡый торған ине әле уны. Үҙем генә яҙылып ҡалмайым, ике ҡыҙымды ла яҙҙырам. Мин бит үҙем 27 йыл почтальон булып эшләнем, шуға ла уҡырға яратам. Аҡса йәлләп тормай ете баҫмаға яҙылғанмын, - тине Таңһылыу апай.
Башҡорт алтын табыу компанияһы гәзиткә яҙылыусыларыбыҙ араһында отош уҙғарыу өсөн ун мең һум аҡсалата ярҙам күрһәтте. Приздарҙың күбеһе ошо аҡсаға һатып алынды - ауыл ерендә кейеп сығырға йомшаҡ итектәр, 3 литрлыҡ көнбағыш майы, сәй, миксер, юрған, сәғәт, утын һ.б. Элекке коллегабыҙ Алһыу Шәнгәрәева кәзә ҡымыҙ менән тәьмин итте.
Бер һауыт ҡымыҙ Ҡотой ауылына юлланды.
- Бүләк отоуыма шул тиклем шатландым, һис көтмәгәйем. Хатта балаларыма ла шылтыратып һөйөнсөләп бөттөм, - тип ҡаршы алды беҙҙе Мәүлиҙә Хәйруллина.
Мәүлиҙә Хәйруллина - Наурыҙ ҡыҙы. Һөнәре буйынса уҡытыусы. Оҙаҡ йылдар Ҡотой мәктәбендә математика, башҡорт теленән балаларға белем бирә. Һуңғы 17 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы була. Өс бала тәрбиәләгән. Роза коррекцион балалар баҡсаһында башҡорт теленән белем бирә, Гүзәлиә менән Илдар тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт итәләр. Хәҙер иһә Мәүлиҙә Вәлит ҡыҙы биш ейән-ейәнсәрен һөйөп ҡыуана, хаҡлы ялда.
-Гәзитһеҙ бер көн йәшәй алмайбыҙ, гәзит уҡыу беҙҙең ҡаныбыҙға һеңгән инде. Тәҙрә төбөндә почтальондың килгәнен көтөп кенә ултырам. Ҡабат-ҡабат уҡыйым, һәр береһен йыя барам. Уҡып бөтәм дә, йөрөп-йөрөп, нимә тип яҙылды әле ул, тип тағы берҙе килеп уҡыйым. Элегерәк хатта 14-шәр дана гәзит-журналдар алдыра инем, хәҙер ете баҫмаға яҙылам. Почтальон Зәкиә Сөләймәноваға ҙур рәхмәт, эшенә яуаплы ҡарай, баҫмаларҙы һәр саҡ ваҡытында тарата. Шуға ла гәзит-журналдарға теләп яҙылабыҙ.
Киләһе еңеүсебеҙ - Ураҙ ауылынан Илдус Сәфиуллин булып сыҡты.
- Мөхәрририәттән шылтыратып, йылы итек оттоғоҙ тигәс, ҡыуанырға ла, көлөргә лә белмәнек. Шулай ҙа түҙемһеҙләнеп көттөк, - ти Илдус ағай.
Илдус Фәрүәз улы хаҡлы ялда, элек "Урал" колхозында водитель, хужалыҡ мөдире булып та хеҙмәт итә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, "Байрамғол агрофирмаһы"нда эшләй. Тормош иптәше Дилә - Ураҙ балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Илдус ағай балта оҫтаһы ла үҙе. Уларҙың күркәм йорто әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Бигерәк тә, Яңы йыл алдынан матур итеп биҙәлгән.
-"Яңы йылға биҙәлгән иң матур йорт" конкурсында бишенсе йыл рәттән ҡатнашабыҙ. Уҙған йыл район буйынса өсөнсө урын яулап, биш мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булдыҡ, - ти йорт хужаһы.
Отош аҙағына ла яҡынлашты. Хәлгә ҡарап, “Дөйә лә бүләк, энә лә бүләк” әйтеменә таянып эш иттек инде, әммә мәгәр ихлас күңелдән! Артабан да бергә ҡалайыҡ, дуҫтар! Төп бүләк - бер машина утын еңеүсеһе тураһында киләһе номерҙа белерһегеҙ.
Читайте нас