Яйыҡ
+21 °С
Облачно
Новости
26 Декабря 2020, 06:20

Айырыуса уяу булайыҡ байрамдарҙа

Әленән 255 янғын теркәлгән Учалыла.....

Самаһыҙ хәмер һемереү, артыҡ ҡыҙҙырып мунса яғыу, фейерверктар осороп шашыу, шыршы гирляндалары төҙөкһөҙлөгө һәм башҡа – былар барыһы ла бәләгә килтереүе мөмкин. Зинһар, уяулыҡты һәм һаҡсыллыҡты арттырайыҡ!
Йыл аҙағына (теүәл әйткәндә – 25 декабргә) Учалы районында былай ҙа 255 янғын теркәлгәйне. Район-ара янғын надзоры бүлеге начальнигы Рим Яриевтан алған мәғлүмәт буйынса, былтырғы ошо осорҙан 15 процентҡа күберәк. 8 кеше ут ҡасафаттарында һәләк булған, 10 яҡташыбыҙ ялҡынға бешә йә башҡаса имгәнә, 46 өй һәм фатир, 91 йорт ҡаралтылары утта тәләф булды. Рим Урал улы әйтеүенсә, бәләгә килтергән төп сәбәптәр – ут менән һаҡһыҙ тотоноу, электр ҡорамалдары һәм селтәрҙәрен урынлаштырыу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу, мейестәрҙең баштан уҡ дөрөҫ һалынмауы йә иҫкереп сафтан сығыуҙары.
Юҡҡамы ни, байрам алдынан ғына район хакимиәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын именлеген тәьмин итеү буйынса комиссияның сираттан тыш ултырышын үткәрелде. Бәлә килһә, аҙағынан ила-илама, бер ни үҙгәртеп булмай. Профилактик эш - көнүҙәк мәсьәлә икәнлеге һыҙыҡ өҫтөнә алына. Шул иҫәптән, бөтә халыҡ аяҡ тибеп ял иткәндә лә кемдер эшкә сығасаҡ: рейдтар ойошторолоп, имен булмаған ғаиләләр, ғөмүмән, именлек ҡағиҙәләре үтәлеүе тикшереләсәк. Көн һайын дежурға баҫҡан егеттәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
....объектив сәбәптәр менән ололарға янғындан айырыуса уяулыҡ талап ителә, быныһы сер түгел. Ә бына именлек мәҙәниәте һәм грамотаһына бала саҡтан төшөнә башлау зарур. Шуға ла район-ара янғын надзоры бүлеге һәм 24-се янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре Ж.Ғ.Сөнәғәтуллин исемендәге Иманғол мәктәбендә асыҡ дәрес үткәрҙеләр. Маҡсат – тап Яңы йыл саралары һәм ҡышҡы каникул осоронда бәхетһеҙлек осраҡтарына юл ҡуймау. Күтәрелгән темалар – “Янғын хәүефһеҙлеге”, “Һыу объекттарында хәүефһеҙлек”, “Көнкүреш хәүефһеҙлеге”. Башҡаһынан тыш, уҡыусылар ҡаты иҫкәртелә: балиғ булмаған граждандар үҙаллы ғына пиротехник изделиелары һатып алырға һәм ҡулланырға хаҡлы түгел! Эйе, күпмелер ваҡыттан төрлө “салют”-“бомбочка”лар шарт-шорт килә башлар инде.... Һаҡ булығыҙ, бындай уйындар, бер яҡтан, янғын менән янаһа, икенсе яҡтан – атыусы-шартлатыусы үҙе имгәнгән осраҡтар ҙа саманан тыш күп!
Форма кейгән ағайҙар һөйләгән балаларҙың аң-хәтеренә нығыраҡ һеңә торғандыр. Был сарала, ҡағиҙәләргә төшөнөүҙән тыш, сабыйҙар ысын янғын һүндереү машинаһын яҡындан ҡарап-ҡапшап кинәнәләр. Бала саҡта һәр кемебеҙ тиерлек янғын һүндереүсе, ҡотҡарыусы, милиционер булырға йыйына бит инде, аҙаҡ ҡына, күңелдәр бер аҙ ҡайышланғас, икенсе приоритеттар өҫтөнлөк була!
Әйткәндәй. Декабрь аҙағында онлайн режимда “Хәүефһеҙлек лигаһы” тип аталған республика форумы үтте. Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов үҙебеҙҙең ирекле янғын һүндереү командаһы (ДПК) тураһында доклад яһаны. Беҙҙең был ыңғай тәжрибә хәҙер Рәсәй кимәлендә лә таратыла бит! Бөгөнгө көндә был ойошмала 360 тирәһе кеше мәшғүл, 8 пост тора, һәр ауыл ултырағында дружиналар бар. 2020 йылда илленән ашыу янғынды һүндереүҙә ҡатнашалар. Исмаһам, Яңы йыл каникулдарын буш үткәрергә яҙһын инде уларға!
Илфат ЯНБАЕВ
Читайте нас