Яйыҡ
+16 °С
Облачно
Новости
26 Декабря 2020, 07:45

Үрнәк алығыҙ, яҡташтар!

Айбулат Байғарин ҡала балаларын хәстәрләне

Урмансылар Яңы йыл алдынан һис тә бушамай инде – йәш шыршы-ҡарағайҙарҙы браконьерҙарҙан һаҡлар кәрәк бит. Рейдтар ойошторола, шаҡшы эш менән тотолоп, байрам кәйефе ҡырылмаһын инде, яҡташтар! Штрафтар хәҙер ҙур.
Урмансыларҙың ҡыҙыу ваҡыты, шулай ҙа Учалы урман хужалығы директоры Айбулат Байғарин редакцияға инеп сығырға ваҡыт тапты. Бик тә яҡшы сәбәп менән!
-Әлбиттә, учреждениеға “Яйыҡ” ты ла, “Учалинская газета”ны ла алдырабыҙ, - тип билдәләне Айбулат Алик улы. – Әле иһә үҙемә өйгә шәхсән рәүештә гәзит яҙҙыртырға килдем. Эштә былай ҙа уҡый алам, тип ситтә тороп ҡалаһы килмәй, башҡорт баҫмаларына ярҙам да кәрәк бит! Әйткәндәй, бер “Яйыҡ”ты ҡаланың 3-сө мәктәбенә яҙҙырырға булдым. Юғиһә, сер түгел инде – ҡалала йәшәгән сабыйҙар әсә телен белмәү осраҡтары ла юҡ түгел.
Үрнәк алығыҙ, яҡташтар!
Читайте нас