Яйыҡ
+17 °С
Ясно
Новости
27 Декабря 2020, 10:25

Республикабыҙҙа оло фажиғә теркәлгән

Башҡортостанда бер ир, ҡатынының хыянаты тураһында белгәс, бәләкәй балаларын үлтергән һәм үҙенә ҡул һалған.

Башҡортостанда бер ир, ҡатынының хыянаты тураһында белгәс, бәләкәй балаларын үлтергән һәм үҙенә ҡул һалған

Уның ҡатыны корпоративҡа барған, өйөнә ҡайтҡас, иренә хыянат итеүен әйткән. Низағтан һуң ғаилә башлығы балаларын кейендергән дә өйҙән сығып киткән. Шунан ВАЗ-2115 машинаһына ултырып, билдәһеҙ яҡҡа юл тотҡан. Балаларҙың әсәһе, хушлашыу яҙыуын тапҡас, полицияға мөрәжәғәт иткән.

Автомобиль ирҙең тыуған яғында - Дәүләкән районында видеокүҙәтеү камераларына эләкән. Бер нисә сәғәттән һуң автомобилде баҫыуҙа тапҡандар,. Унда өс мәйет ятҡан. Ир балаларының ғүмерен ҡыйғас, үҙенә ҡул һалған.

Урында хоҡуҡ һаҡлаусылар эшләй. Билдәле булыуынса, балалар газ менән ағыуланған.

Сабыйҙарға ни бары бер һәм алты йәш булған. Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Сығанаҡ: КП-Уфа
Читайте нас