Яйыҡ
+24 °С
Облачно
Новости
27 Декабря 2020, 10:30

Ҡыҙыҡай бүләккә кәзә алған

Башҡортостанда чиновник 10 йәшлек ҡыҙыҡайға кәзә бүләк иткән.

Башҡортостанда чиновник 10 йәшлек ҡыҙыҡайға КӘЗӘ бүләк иткән

Баҡһаң бала үҙе шундай бүләк һораған. Дәүләкән районы Поляковка ауылынан Йәсмин Яңы йылға һеңлеһенә йорт хайуаны бүләк итеүҙәрен теләгән, сөнки кескәй ҡыҙҙың һыйыр һөтөнә аллергия, ә кәзә һөтө эсергә мөмкин.

Дәүләт Йыйылышы депутаты ҡыҙҙарға кәзәне «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһы барышында бүләк иткән. Уның ярҙамында етем, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың һәм һаулығына хәүеф янаған өлкән йәштәгеләрҙең хыялдары тормошҡа ашырыла.


"Башҡортостаным"
Читайте нас