Яйыҡ
+21 °С
Ясно
Новости
28 Декабря 2020, 10:50

16 йыл үткәс табылған

Балалар әсәһен үлгән тип уйлаған

Балалар әсәһен үлгән тип уйлаған: ҡатын 16 йыл үткәс табылған

2004 йылда Орск ҡалаһында бер ҡатын 3 йәшлек улын һәм 6 айлыҡ ҡыҙын ташлап, эҙһеҙ юғалған. Эҙләү бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәгән, сабыйҙарҙы олатаһы тәрбиәләй башлаған. Ул суд аша ҡыҙының статусын "хәбәрһеҙ юғалған" тип үҙгәрткән. 2015 йылда уны үлгән тип танығандар.
Юғалған әсә 2020 йылда табылған. Ул бер тапҡыр бирелә торған түләү алыу өсөн Башҡортостандың Пенсия фондына мөрәжәғәт иткән. Ошо йылдар буйына республикала йәшәгән, яңы ғаилә ҡорған һәм ул тапҡан.

Балалар әсәһе менән судта осрашҡан. Ҡатын үҙен үлгән тип иғлан итеү тураһында ҡарарҙы ғәмәлдән сығарыуға ҡаршы сығыш яһамаған. Орск ҡалаһына кире ҡайтырға йыйынмауын әйткән.

Буйға еткән ағай менән һеңле лә ҡарарҙы ғәмәлдән сығарыуға ҡаршы булмаған. Әсәйебеҙҙе һуңғы тапҡыр сабый саҡта күрҙек, уны бөтөнләй хәтерләмәйбеҙ, тигән улар.

Суд ҡатынды хәбәрһеҙ юғалған һәм үлгән тип иғлан итеү тураһында ҡарарҙарҙы юҡҡа сығарҙы. Ҡарарҙарға ялыу бирелмәне һәм законлы көсөнә инде.
Башҡортостаным яңылыҡтары
Читайте нас