Ҡәҙимге ҙур бер йомғаҡ һағыҙ ҡайнатыу өсөн ике-өс тоҡ ҡайын туҙы кәрәк. Уны урманға барып йәки берәй төҙөлөш барған урында бысылған ҡайын ағасынан йыйып алырға мөмкин. Ҡайын туҙын ҡағыҙҙай йоҡа ғына итеп һыҙырып алырға. Уны көнө буйы ла һыҙырырға тура килә. Туҙҙарҙы
ҡаймаҡ һөртөп, суйынға тыңҡыслап һалырға. Ҡаймаҡ иҫке түгел, ә яңы ғына айыртылған булһын.