2020 йыл аҙағына ла яҡынлашты. Тимәк, алдан вәғәҙә иткәнебеҙсә төп бүләк - бер машина утынды ла отторорға ваҡыт етте. Һуңғы йылдарҙа гәзиткә яҙылыусылар араһында приздар уйнатыу матур йолаға әүерелде. Беҙ ҙә 2021 йылға “Яйыҡ” гәзитенә яҙылыусы дуҫтарыбыҙ өсөн бүләктәр әҙерләгән инек. Быйыл күстәнәстәребеҙ мул ғына булды - 9 тоҡ бойҙай, ауыл ерендә кейеп сығырға йомшаҡ итектәр, 3 литрлыҡ көнбағыш майы, шәкәр, сәй, миксер, юрған, сәғәт, башҡорт балы, ҡымыҙ һ.б. Һәр бер бүләк үҙ хужаһын тапты. Беҙҙе бүләктәр менән тәьмин итеүсе бағыусыларыбыҙға - "Урал аръяғы Агро" МТС-ына, Учалы элеваторына, Башҡорт алтын табыу компанияһына, шулай уҡ төп приз менән тәьмин итеүсе шәхси эшҡыуар Фәнүз Йәғәфәровҡа, түшелдерек яһап биреүсе йүнсел ҡыҙ Нуридә Юнысоваға, ҡымыҙ менән тәьмин итеүсе элекке коллегабыҙ Алһыу Шәнгәрәеваға, "Ғix" бөҙрәханаһы хужабикәһе Луиза Кирәйеваға, башҡорт балын биргән Гөлсөм һәм Денис Кирәйевтарға ҙур-ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.
Гәзиткә яҙылыусылар араһында төп призды оторға теләүселәр күп булды. Мөхәрририәтебеҙгә 240-тан ашыу квитанция килде. Гәзитебеҙҙе яратып уҡыусы иң әүҙемдәр Ураҙ, Ҡолош, Ҡотой, Уральск, Яңы Байрамғол, Рәсүл, Ҡоҙаш, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол, Туңғатар, Кәрим, Ҡорама ауылдарында йәшәйҙәр икән. "Яйыҡ"ты ҡала ерендә лә уҡыусылар аҙ түгел.
Шулай итеп, иң төп бүләк - бер машина утынға Рысай ауылынан 83 йәшлек Флүрә Мөхәмәтова эйә булды. Уның еңеүе тураһында өйөнә үк барып хәбәр иткәс, ҡыуанысының сиге булманы.
-Приз өсөн бик шатмын, конкурста беренсе тапҡыр ҡатнашыуым. Бүләк бик шәп - утыным бөтөп бара ине, берәй машина утын алырмын тип тора инем әле. Шатлыҡ бүләк итеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Барлыҡ коллективты яөынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым, сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ижади үрҙәр теләйем! - тип еңеү тәьҫораттары менән уртаҡлашты подписчигыбыҙ.
Флүрә Сәлим ҡыҙы 1937 йылда Сәфәр ауылында тыуған. 1958 йылда Рысай ауылына килен булып төшә. Тормош иптәше Сәйҙулла Ҡотой улы ғүмер буйы колхозда тракторсы, Флүрә апай һауынсы булып хеҙмәт итәләр. Биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Флүрә Сәлим ҡыҙы «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән. Оло ҡыҙҙары Резеда Мәскәүҙә йәшәгән һәм эшләгән, әле хаҡлы ялда. Икенсе улы Рәис, әсәһе янында Рысай ауылында төпләнгән. Өсөнсө ҡыҙы Миннур Илселә донъя көтһә, Гөлнур ҡыҙы Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәй. Ҡыҙғанысҡа күрә, Флүрә апайҙың кинйә улы Илнур фажиғәле вафат булып ҡалған. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Флүрә Сәлим ҡыҙы теремек, алсаҡ йөҙлө.
- “Яйыҡ” гәзитен айырыуса яратып уҡыйым. Бер битен дә ҡалдырмайым, ҡыҙыҡ нәмәләр күп. Киләһе йылдарҙа ла, Аллаһ бойорһа, районыбыҙҙа сыҡҡан берҙән-бер башҡорт гәзитенә яҙыласаҡмын. Гәзитһеҙ бер көн дә йәшәй алмайым. Ғүмер буйы "Йәшлек", "Яйыҡ" гәзиттәрен алдырҙым. "Йәсминә", "Диләфрүз" кеүек татар баҫмаларын да яратып уҡыйым, - ти еңеүсебеҙ.
Энә лә бүләк, дөйә лә бүләк, тиҙәр. Подписчиктарыбыҙҙың приздарын шатланып ҡабул итеп алыуҙарын күреү беҙҙең өсөн дә ҡыуаныс. Артабан да гәзитебеҙҙең айырылмаҫ тоғро дуҫтары булып ҡалығыҙ. Бергә булдыҡ, киләһе йылдарҙа ла бергә булайыҡ!
Вилиә ЯНБАЕВА.