«Күп фатирлы йорттар һәм йорт тирәһендәге биләмәләр араһында иң яҡшы тотолған объект” республика конкурсы йомғаҡтары яһалды.
Өс төр объекттар ҡарала: күп фатирлы йорттар, йорт биләмәләре һәм подъездар. 55 муниципалитет биргән 273 дәғүәсе араһында беҙҙең Учалы ҡала ултырағы ла ситтә кәм-хур булып ятып ҡалманы. Еңеүсе булдылар, беренсе һәм икенсе урындарҙы алдылар.!
-Ҡалабыҙҙың Башҡортостан урамындағы 17-се йорт (2-се урын -Ред.) башлығы Гүзәл Нәбиеваны һәм Тәүтөҙөүселәр урамының 38/1-се йорт (1-се урын-Ред.) башлығы Валентина Зарубинаны, был өйҙәрҙә йәшәгән кешеләрҙе еңеү менән! Бик ҙур эш башҡарҙығыҙ, афарин! – тип ҡотланы район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов.
“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, был номинацияла еңгән өсөн 500 мең һум аҡсалата премия ҡаралған. Ә икенсе урынға - Бер аңлатма ла бирергә кәрәктер. Учалыла матур йорт-подъездар бихисап. Тик конкурс шарттары буйынса, был ярышта һуңғы 5 йыл эсендә еңгән ҡатнашыусылар индерелмәне. Шулай уҡ һуңғы биш йыл эсендә төҙөлгән күп фатирлы йорттар, “Башҡорт ихатаһы” проекты буйынса төҙөкләндерелгән йорт биләмәләре ҡаралмағандар был тапҡырҙа.