«Бишенсе йыл миҙгеле, йәки Яңы йылды Кем уйлап тапҡан» яңы йыл спектакле Кремль һарайында тамашасыһыҙ сәхнәләштерелә һәм 31 декабрҙә киске сәғәт 6-ла (Мәскәү ваҡыты) «Карусель» каналында күрһәтелә. Теләгән һәр кемде уны телевизорҙан ҡарарға саҡыралар.
Тамашала Мәскәү театрҙары һәм кино артистары, акробатика буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы, спорт рок-н-ролы буйынса донъя һәм Европа чемпиондары ҡатнаша.