2021 йылға Башҡортостан яҡшыға өмөт һәм ышаныс менән аяҡ баҫа, тип белдерҙе Радий Хәбиров 29 декабрь үткән матбуғат конференцияһында.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, 2020 йыл COVID-19 менән көрәш эгидаһы аҫтында үтте. Ләкин ошо ҡатмарлы йылда ла төбәктә байтаҡ эштәр башҡарылды.«Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү – гонаһ. Шуға күрә киләһе йылға өмөт һәм ышаныс менән инәбеҙ. Коронавирус инфекцияһы тамамланыр тип ышанабыҙ. 2021 йылға пландарыбыҙ ыңғай: төҙөү, үҫешеү, башҡаларҙан ҡалышмау», — тине Радий Хәбиров .
Күбегеҙ үҙегеҙ ҙә ҡарағанығыҙҙыр, асыҡтан-асыҡ әңгәмә ҡоролдо. Республика башлығынан 2020 йылдағы иң ҙур ҡаҙанышы һәм иң ҙур хатаһы тураһында һоранылар.
– Мин Ҡуштауҙағы хәлде башта тулыһынса аңлап етмәгәнмен, - тине Радий Фәрит улы. –Билдәле һығымталар яһарға тура килде.
Төбәк етәксеһе фекеренсә, йыл дауамында башҡа тактик хаталар ҙа булғандыр. Мәҫәлән, коронавирус инфекцияһына бәйле.
– Ҡайҙалыр эшләп еткерелгәндер, ә, бәлки, юҡтыр ҙа. Ә башҡа йәһәттән йыл һәйбәт үтте тип уйлайым. Ҡаҙаныштарға килгәндә, бер-икеһен генә атайыҡ - Евразия ғилми үҙәге, махсус иҡтисади зона булдырыу, Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү буйынса ил Президенты ҡарары ҡабул ителеүе. Быларҙың барыһы ла - ҙур хеҙмәт һөҙөмтәһе , - тине ул.
Учалы районынан да бер һорау яңғыраны - алтын сәнәғәтселәре тәбиғәткә зыян килеү мөмкинлеге тураһында.
-Бындай проблема бар, - тип билдәләне Радий Фәрит улы. –Бына, Баймаҡ районында ла халыҡ менән осрашҡанда дәғүәләр ишетелде. Йыш ҡына ҡаҙылма байлыҡтарҙы үҙләштереүгә лицензя биреү республика вәкәләттәренә инмәй. Ҡайһы саҡ ятҡылыҡҡа лицензия тураһында һуңынан ғына белеп ҡалабыҙ. Әлбиттә, республика властары, шул уҡ муниципалитеттар менән уртаҡ тел тапмайынса эшҡыуарҙарға һөҙөмтәле эш алып барыуы ҡатмарлы. Шуға ла килешергә, бөтә яҡтарҙың да мәнфәғәттәрен күҙәтергә тырышабыҙ. Шул иҫәптән надзор органдарының контроль эшен көсәйтеүен хәстәрләйбеҙ.
Салауат Юлаев проспектындағы мәсетте төҙөп бөтөргә әлегә аҡса юҡ, тип яуапланы Башҡортостан башлығы брифинг барышында яңғыраған һорауға. «Бының өсөн күп аҡса кәрәк, халыҡ өсөн мөһим социаль объекттарға тотонорға мөмкин булған ресурстарҙы төҙөлөшкә йүнәлтмәйем. Ҡасан да булһа ғибәҙәтхана төҙөлөп бөтөр, әлбиттә», — тине Радий Хәбиров. Өфөгә нигеҙ һалыусыларға һәм баш ҡала үҫешенә өлөш индергән шәхестәргә һәйкәл ҡуйыуҙың көнүҙәклеге тураһында һорауға, республика етәксеһе был тема менән ҡала властары шөғөлләнергә тейешлеген әйтте. «Мәҫәлән, генерал Шайморатов һәйкәле – шәхси проектым, шуға күрә бының менән үҙем шөғөлләнәм».
Төбәк етәксеһе гәзит-журналдар темаһына ҡарашын да аныҡ билдәләне:
-Мине нимә ҡурҡыта, беләһегеҙме? Оҙаҡламай беҙ муниципаль кимәлдәге, шулай уҡ бәләкәй баҫмаларҙың журналистарын юғалтыуыбыҙ ихтимал, сөнки улар бигерәк бәләкәй хеҙмәт хаҡы ала. Эйе, баҫма матбуғат быуаты тамамланып килә, барыһы ла интернетҡа күсә. Тик, минеңсә, ниндәйҙер ваҡыт гәзиттәрҙе һаҡларға кәрәк, сөнки өлкән йәштәге кешеләр бар, уларға был кәрәк. Беҙ эш хаҡын этаплап күтәреү тураһында уйлана башлағайныҡ. 2021 йылғы ауыр иҡтисади хәл сәбәпле быны башҡара алмаҫбыҙ тип уйлайым, шулай ҙа 2022 йылда тотонорбоҙ.
Башлыҡтың шәхси тормошона ҡағылышлы һорауҙар ҙа байтаҡбирелә. Әлеге ваҡытта Радий Хәбировтың ғаиләһендә бәпес тыуыуы көтөлә икән. “ Белһәгеҙ, мин олатай булырға ла өлгөрҙөм. Ике ейәнсәрем бар. Ғаиләбеҙ ҙур, шөкөр”, – тине Радий Фәрит улы. Шулай уҡ Р.Ф.Хәбировтан нисә тел белеүе тураһында ла һоранылар.
- Башҡорт һәм рус теле. Башҡорт телен, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, теләгәнемсә яҡшы түгел. Шулай уҡ инглиз һәм төрөк телдәре, - тине Радий Фәрит улы.
Конференция БСТ, «Россия 24», «Башкортостан 24», UTV һәм «Вся Уфа» телеканалдарында, социаль селтәрҙәрҙәндә (шул иҫәптән “Яйыҡ” гәзитенең төркөмөндә) тура трансляцияла барҙы. Радий Фәрит улы күтәргән бихисап һорауҙарға гәзиттең киләһе һандарында әйләнеп ҡайтырбыҙ әле. Әлегә Р.Ф.Хәбировтың һүҙҙәренә ҡушылабыҙ” Берҙәм булһаҡ, барыһы ла яҡшы булыр, Яңы йыл менән!”