Яйыҡ
+21 °С
Дождь
Новости
30 Декабря 2020, 11:05

Рөстәм Нәбиев әсәһен үлтереүсенең исемен әйткән

Омскиҙа казарма емерелеү һөҙөмтәһендә аяҡһыҙ ҡалған яҡташыбыҙ, популяр блогер Рөстәм Нәбиев журналист Ирина Шихманға биргән интервьюһында әсәһен кем үлтергәнен әйтә.

Омскиҙа казарма емерелеү һөҙөмтәһендә аяҡһыҙ ҡалған яҡташыбыҙ, популяр блогер Рөстәм Нәбиев журналист Ирина Шихманға биргән интервьюһында әсәһен кем үлтергәнен әйтә.
- Әсәйем 1993 йылдың сентябрендә үлде. Уны үлтерҙеләр. Мин бәләкәй инем, әсәйемде хәтерләмәйем. Беҙҙе әбейем тәрбиәгә алды, - тип һөйләй күҙ йәштәренә төйөлөп Рөстәм Нәбиев. - Үлтереүсе атайым ине, аффект торошонда ул әсәйемде быуа. Уға кемдер нимәлер әйткән булған, бөтә нескәлектәрен белмәйем".
Рөстәм әйтеүенсә, бәләкәй саҡта уны атаһына төрмәгә алып барғандар, әмәм йүнләп хәтерләәмй ул мәлдәрҙе.
Читайте нас