Яйыҡ
+26 °С
Облачно
Новости
31 Декабря 2020, 08:23

Яңы йыл менән, дуҫтар!

“Яңы йыл шатлыҡ килтерһен, Тоҡлап түгел, вагонлап!”

Был ҡотлауҙа бер хикмәт бар,
Бер кинәйә, үҙең тап.
Яңы йыл шатлыҡ килтерһен,
Тоҡлап түгел, вагонлап!
Ҡулдарҙы йыуып торайыҡ
Иренмәйсә, һабынлап.
Ауырыуҙар бөтһөн әйҙә, -
Һаулыҡ килһен вагонлап!
Шиғырҙар торһон яҙылып,
Дуҫ, таныштарҙы данлап.
Илһам килеп - китеп торһон, -
Бына шулай, вагонлап!
Һәр кемебеҙ үҙ юлында
Йөрөһөн иман юллап.
...Аллаһ бәрәкәттәр бирһен, -
Иманлыға вагонлап!!!
Рамай Ҡаһир
Читайте нас