III Бөтә башҡорт ҡоролтайы эше ваҡытында, 1917 йылдың 18 декабрендә, Шәйехзада Бабич инициативаһы менән демократик башҡорт йәштәренең «
Тулҡын» мәҙәни-ағартыу һәм әҙәби берекмәһе ойошторола
[11]. Шағир был йәштәр ойошмаһының декларацияһын төҙөүҙә һәм уға ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша, Өфөлә,
Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә әҙәби кисәләр, концерттар ойоштороусыларының береһе була. «Тулҡын» бөтә башҡорт йәштәре союзының рәйесе итеп һайлана
[12]. Һуңыраҡ Шәйехзада Бабич «Нуктаһыҙ» сатирик журналын баҫтырыуҙы ойоштора
[6].