Яйыҡ
+10 °С
Дождь
Новости
2 Января 2021, 13:25

Балаһын онотҡан...

Күп балалы әсә 6 айлыҡ балаһын йылытыу торбаһына һалып онота.

Әбйәлил районың Тупаҡ ауылында 29 йәшлек күп балалы әсә 6 айлыҡ балаһын йылытыу торбаһына һалып онота, үҙе бер ни белмәй эргәһендә йоҡлап ятҡан. Эҫе торбала бисара сабыйҙың аяҡтары, ҡулдары бешкән. Ауыл фельдшеры шундуҡ тейешле органдарға хәбәр иткән. Әле бала менән әсә Өфөлә бешкәндәрҙе дауалау үҙәгендә.
Кешеләр әйтеүенсә, ауылға был ҡатын сираттағы иренән айырылып былтыр килгән, иҫәптә тора. Әле ҡалған балдарҙың ҡайҙалығын асыҡлайҙар.

Читайте нас