Йырсы репертуарында
Башҡортостан һәм
Татарстан композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, шулай уҡ башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары бик күп. Ул Башҡортостандың ғына түгел, илебеҙҙең күп республика, край һәм өлкәләрен үҙенең бай һәм үҙенсәлекле концерт программаһы менән урап сыға. Сәхнә оҫтаһы башҡарыуындағы «Еҙ ҡыңғырау моңдары», «Зимфирәкәй», «Һин ҡайтманың», «Ел, ерәнем», «Былбылым», «Тыуған илем», «Һиндер ул, тип уйланым», «Дуҫтарыңды онотма», «Әҡлимә», «Әйткән инең», « Аҡ пароход», «Өфө йүкәләре» (
Рим Хәсәнов музыкаһы), «Һиңә тағын мин бер киләм әле» (
Назар Нәжми шиғыры, Рим Хәсәнов музыкаһы) кеүек тиҫтәләрсә популяр әҫәрҙәр башҡорт һәм татар йыр сәнғәтенең алтын фондына ингән.