Янғын надзорының район-ара бүлегенең мәғлүмәттәре буйынса (фотолар ҙа уларҙыҡы), һуңғы арала Учалы районында өс янғын теркәлгән. Шөкөр, ҡорбандар юҡ, ти, әммә, хужаларҙың байрам ҡайғыһы ҡалмай.
Шул иҫәптән 1 ғинуар 13.57 сәғәттә Рудниктағы Еңеү тыҡрығында йорт яныу тураһында хәбәр алына. Өй етди зыян күрә, сәбәптәр әле асыҡлана. Үткән йылдың һуңғы көнөндә ике янғын теркәлә: шул уҡ Рудниктың Комсомольская урамында мунса яна, ә Бөйҙә ауылында йорт ҡаралтылары ныҡ зыянлана.