Шулай итеп, бөгөн Учалы ҡалаһында “Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйгән ғаилә” эстафетаһы үтте. Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса комитеттан хәбәр итеүҙәренсә, беренсе урынға Аҡҡужиндар ғаиләһе сыға. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙа - Байегетовтар менән Гиззәтуллиндар. Бындай ярышта еңелеүселәр булмай инде , кем ҡатнашҡан, барыһыла баҙнатһыҙлыҡты, ялҡаулыҡты еңгәндәр, афарин!