Яйыҡ
+31 °С
Ясно
Новости
3 Января 2021, 06:23

Ҡоҙашта мунса янды

Учалы районында йәнә янғын

Кисәнге, йәғни 2 ғинуар 18.02 сәғәттә Ҡоҙаш ауылында янғын сығыу тураһында хәбәр алына, тип белдерҙе янғын надзоры буйынса район-ара бүлеге хеҙмәткәрҙәре. Ауылдың Салауат урамындағы бер йортта мунсаға ут тоҡанған була. Һүндерәләр, бәлә артабан таралыуға юл ҡуйылмай. Шөкөр, үлеүселәр һәм имгәнеүселәр юҡ, әммә мунса ныҡ зыянланып өлгәрә. Әлеге мәл сәбәптәре аныҡлана.
Ут менән һаҡ булығыҙ, яҡташтар!
Читайте нас