Яйыҡ
+10 °С
Дождь
Новости
4 Января 2021, 11:55

Ҡарһылыуҙар парады

Өфөлә мауыҡтырғыс Ҡарһылыуҙар парады үтте.

“TERRA ZIMA” фестивале сараларына ярашлы, Өфөлә көтөп алынған мауыҡтырғыс Ҡарһылыуҙар парады үтте. Сараға билдәле эстрада йырсыһы Анна Семенович та килде.
Парад “Торатау” конгресс-холы алдындағы майҙандан башланды, береһенән-бере матур ҡыҙҙар костюмдарҙа Өфө урамдары буйлап үтте. Район-ҡалаларҙан 400-гә яҡын ҡыҙ ҡатнашты. Гран-приға Азалия Чанышева лайыҡ булды һәм 100 мең һум менән бүләкләнде. ”Мини” номинацияһында алты йәшлек Эмилия Фәйзуллина, “Иң яҡшы этник костюм” номинацияһында Асҡын районы ҡыҙы Динара Ғилфанова еңеү яуланы. Төркөмдәр буйынса Дүртөйлө районы һәм Күмертау ҡалаһы командалары алдынғылыҡты бирмәне.
Читайте нас