Яйыҡ
+1 °С
Облачно
Новости
4 Января 2021, 12:45

Дүрт кеше юғалған

Төлөк ҡасабаһы эргәһендә ҡотҡарыусылар дүрт кешене эҙләйҙәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Усть-Ҡатау ҡотҡарыусылары Төлөк ҡасабаһы эргәһендә юғалған дүрт кешене эҙләй. Силәбе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә Башҡортостандан килгән өс ҡатын һәм бер ир сәйәхәткә сығыуҙары хаҡында хәбәр итмәгән, теркәлеү үтмәгән һәм билдәләнгән ваҡытҡа әйләнеп ҡайтмағандар. Дүрт кешенән торған төркөм 26 декабрь Зюраткүлгә сәйәхәткә сыҡҡан булған, 2 ғинуар Төлөккә килеп етергә тейеш булғандар, әлегә тиклем бәйләнешкә сыҡмағандар. Иргә - 62, ҡатындарға -50, 57, 48 йәш. Иҫән-һау табыла күрһендәр инде.
Читайте нас