Фейерверктарҙың хәүефле булыуын иҫкәртеп торалар. Өфө эргәһендәге Михайловка ҡасабаһында ла күңелһеҙ хәл теркәлә, фейерверктың уты балаға эләгә. Хәл былай була, ир кеше ихатала салют осора һәм шул мәл пиротехниканың осҡоно үтеп барған балаға эләгә. Бәхеткә күрә, әсәһе балаһын үҙенә тартып, бәләнән ҡотҡара. Ярай ҙа барыһы ла яҡшы тамамлана, хәлдең фажиғәғә килтереүе лә бик ихтимал ине