Башҡортостанда “ҡоро закон” ғәмәлдә. Республика магазиндарында кисә алкоголь һатыу тулыһынса тыйылғайны.
Шундай уҡ сикләүҙәр 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа ла индерелә. Иҫерткес эсемлектәрҙе 10.00 - 14.00 сәғәттәр араһында ғына һатып алырға мөмкин.
Сикләүҙәр йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәте күрһәтелгән урындарға ҡағылмай. Был көндәрҙә кафе һәм ресторандаҙа алкоголь һатып алырға ярай.