1908 йылда «Мәшһүр әҙәмдәр» серияһынан «Мәшһүр ирҙәр» китабы Ырымбурҙа баҫыла. Был серияла арҙаҡлы кешеләр хаҡында биографик хеҙмәттәрен яҙып, төрлө йылдарҙа түбәндәге китаптарын сығара: «Ибне Рөшд» (1905,
Ибн Рөшд тураһында), «Мөхәммәт» (1908), «Әбүәл-Ғәла Әхмәд бин әл-Мәғәрри» (1908), «Ибне Ғәрәбшаһ» (1909), «Имам Ғазали» (1910), «Әхмәд бай» (1910), «Ибне Ғәрәби» (1911), «Ибне Тәймиә» (1911,
Ибн Тәймиә тураһында), «Әхмәт Мидхәт әфәнде» (1913) һәм башҡалар
[2].