Учалы район суды хәбәр итте: Учалы ҡалаһындағы Балалар күп профилле санаторийы бухгалтеры вазифаһын файҙаланып һәм алдашып, санаторийҙың 142 877 һум 29 тин аҡсаһын үҙләштереүе асыҡлана. Суд ҡарары менән сос хисапсы шартлы рәүештә 3 йыл 6 айға иркенән мәхрүм ителгән. Ҡарар законлы көскә инде, тип тә белдерелде.