Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар араһында быйма кейеп хоккей уйнау буйынса район турниры үтте. Дүрт команда көс һынаша, тип хәбәр итте район хакимиәте: Абҙаҡ ауылы, мәғариф бүлеге,3-сө лицей һәм район хакимиәте командалары. Абҙаҡ һылыуҙары чемпион булды. Барыһын да ҡотлайбыҙ! Фотографиялар - район хакимиәтенең сәхифәһенән.