Яйыҡ
+23 °С
Болотло
Новости
7 Ғинуар 2021, 18:25

Баллы торт

Байрам каникулдары дауам итә. Яҡындарыбыҙҙы тәмле-татлы ризыҡтар менән һыйларға онотмайбыҙ. Һеҙгә еңел генә бешерелә торған торт тәҡдим итәбеҙ.

Байрам каникулдары дауам итә. Яҡындарыбыҙҙы тәмле-татлы ризыҡтар менән һыйларға онотмайбыҙ. Һеҙгә еңел генә бешерелә торған торт тәҡдим итәбеҙ. Был рецептты Раилә Күсмәева тәҡдим итә. Бюджетный торт, тип тә атай уны Раилә.
Табаға ике йомортҡа, бер стакан шәкәр, ике ҡалаҡ бал, йөҙ грамм май һалып газда болғай-болғай иретәбеҙ. Иреп бөткәс шул массаға бер балғалаҡ сода һалып болғатабыҙ. Масса бик матур булып күпереп китә. Һуңынан ошо массаға он һалып,бик ҡаты итмәй генә, ҡулға йәбешмәҫлек итеп, ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы тигеҙ өлөштәргә бүлеп йәйәбеҙ. Духовкала һәр береһен бешереп алабыҙ. Табанан алғанда йәймәләр бик йомшаҡ була, ә һуңынан ҡата. Әммә ләкин, араһына крем һылаһаң торт тиҙ йомшара.
Кремды ошолайтып, ябай ғына итеп эшләйбеҙ: табаға ярты литр һөт, бер стакан шәкәр, ике йомортҡа, ике ҡалаҡ он, ярты ҡап май һалып болғата-болғата ҡайнатабыҙ. Бөтәһе лә әҙер булғас, тортты йыябыҙ.
Һыйҙарығыҙ тәмле, табынығыҙ мул булһын!
Читайте нас