Яйыҡ
+17 °С
Дождь
Новости
8 Января 2021, 04:23

Ишмөхәмәт Әхмәҙулла улы Шарапов

Учалы уҙаманына бөгөн 80 йәш тулыр ине......

Изге аманаты
онотолмай

Ишмөхәмәт ағайҙы мин бала саҡтан беләм. Тиҫтерҙәре араһында үҙенсә тыйнаҡлығы, мөләйемлеге һәм эшсәнлеге менән айырылып торор ине.
Ишмөхәмәт Әхмәҙулла улы Шарапов 1941 йылдың 8 ғинуарында Наурыҙ ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Атаһы 1942 йыл һуғышта, әсәһе – 1960 йыл йөрәк ауырыуынан үлеп ҡалалар.
Яҡташыбыҙ 1948-1958 йылдарҙа Наурыҙ мәктәбендә белем ала. Бер йыл колхозда эшләй. Зирәк йәш егет Белорет педагогия училищеһын тамамлай. Баттал, Ҡаҙаҡҡол ауылдарында уҡыта. 1963-1968 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында юғары белем ала. Ошо осорҙа шиғырҙар яҙа, республика гәзит-журналдарында баҫыла башлай, йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша.
1968-1981 йылдарҙа тел белгесе Илсе, Наурыҙ мәктәптәрендә уҡытыусы, завуч һәм директор булып эшләй. Һуңынан иһә Рәсәй мәғариф министрлығына ҡараған Милли мәктәптәр ғилми-тикшереү институтының Башҡортостан филиалында эшләне. Өлкән ғилми хеҙмәткәр дәрәжәһендә.
И.Ә.Шарапов бихисап методик ҡулланмалар авторы, дүрт дәреслек, башҡорт телен уҡытыу методикаһы китаптарының авторҙашы. Шул иҫәптән яҡташыбыҙҙың түбәндәге методик әсбаптары донъя күрҙе: “Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү”, “Урыҫ мәктәптәренең башланғыс синыфтарында башҡорт телен уҡытыуҙың үҙенсәлектәре”, “Йомаҡлы әлифба”, “Урта мәктәптең 5-11 синыфтары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең тест һорауҙары”, “Башҡорт теленең ҡағиҙәләр йыйынтығы”, “Мәктәптә Р.Ниғмәти һәм Ғ.Сәләмдең ижадтарын өйрәнеү”, төрлө-төрлө кластар өсән башҡорт теленең, “Туған әҙәбиәт”тең дәрес өлгөләре, “Әҙәбиәт дәресендә туған яҡ” һәм башҡа. Һәммәһе иллегә яҡын пособие, тип иҫәпләнгән Учалы районы энциклопедияһында (2008 йыл).
Ишмөхәмәт Әхмәҙулла улының ижады ниндәйҙер сиктәр менән кәртәләнмәгән ине. “Китап “ нәшриәтендә лә методик ҡулланмалары, мәктәп китапханаһы серияһы өсөн Б.Бикбай ижады буйынса йыйынтығы, “Күбәләк-Тиләү тарихы”, “ Беҙ үҙебеҙ – Тиләүҙәр” публицистик китаптары донъя күрҙе. Шулай уҡ “Балҡыштар”, “Күңелем нурҙары” китаптары нәшер ителә.
Шуныһы үкенес, уйланған ижади пландар һыҙмалары, бихисап эш тәжрибәһенән тупланған методик материалдар, юл яҙмалары, шиғырҙар тупланмаһы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһының эш өҫтәлендә етемһерәп ятып ятып ҡалғандар....
“Туған телем – әсәм теле, тыуған ерем – Башҡортостан, атай йортом – Наурыҙ”, - тип янып-көйөп йәшәгән, ижад иткән, уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы булған оло йөрәкле шәхестең йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Иҫән булһа, бөгөн, үҙенең 80 йәшендә лә ижад итеүҙән туҡтамаҫ ине. Миңә яҙған хатының һуңғы һүҙҙәре: “ Рәүеф ҡустым, иғтибарың, миңә ҡарата ихтирамың һәм саф күңелдән яҙған рецензияларың өсөн ҙур рәхмәт. Минең дә пландар ҙур, иң мөһиме – һаулыҡ кәрәк”, - тигәйне лә. Нишләйһең, яҙмыштан уҙмыш юҡтыр инде. Ә ағайыбыҙҙың хеҙмәттәре бөгөн дә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының эш өҫтәлендә.... Тимәк, яҡташыбыҙҙың изге аманаты һис тә онотолмай, халҡына һаман да хеҙмәт итә!
Рәүеф Шаһиев, филолгия фәндәре кандидаты
Читайте нас