Дүрт тиҫтә йылдан артыҡ
башҡорт халыҡ ижадын йыйыу һәм пропагандалау менән эҙмә-эҙлекле шөғөлләнә.
Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының тамашасыларҙа ҙур популярлыҡ яулаған «Хазина» ижади берекмәһен ойоштороусыларҙың береһе һәм уның тәүге етәксеһе, шулай уҡ
Башҡортостан телевидениеһының «Хазина» программаһының даими авторы һәм алып барыусыһы булараҡ, республикала һәм унан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ араһындағы үҙенсәлекле талантҡа эйә булған халыҡ башҡарыусыларына, шулай уҡ музыка һәм бейеү сәнғәте фольклорын эсенә алған ижад ынйыларына арналған 300-ҙән артыҡ тапшырыу әҙерләп яҙҙырған һәм эфирға сығарған. Мәшһүр ҡурай моңдарын киләсәк быуындарға тулы кимәлдә еткереү маҡсатында радио һәм телевидение фонотекаһы өсөн «Ҡараһаҡал маршы», «Батырша», «Ҡалмантай», «Наполеон Бонапарт», «Башҡорт краковяге» һәм башҡа бик күп көйҙәрҙе яҙҙырған.
Башҡорт халҡының боронғо йырҙарын оҫта һәм үҙенсәлекле башҡарыусы халыҡ йырсылары
Сөләймән Абдуллин,
Флүрә Килдейәрова,
Абдулла Солтановтар төрлө йылдарҙа Юлай Ғәйнетдиновтың ҡурай моңдарына ҡушылып, күп сәхнәләрҙә республика һәм күрше төбәктәрҙең генә түгел, байтаҡ ҡына сит ил тамашасыһын да әсир итте. Юлай Ишбулды улы үҙе лә башҡарыусы булараҡ төрлө концерт сараларында һәм тантаналарҙа әүҙем ҡатнаша. Ул —
Әҙһәм Исҡужин исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсының төп ойоштороусыларының береһе һәм бәйгенең даими ағзаһы.