Яйыҡ
+24 °С
Облачно
Новости
9 Января 2021, 18:30

Аҡса күсермәгеҙ!

Рәмил Шәмсетдинов өсөн аҡса йыя башлағандар, тигән хәбәрҙәр таралған интернет селтәрендә.

Байкал аръяғы крайында һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдинов өсөн аҡса йыя башлағандар, тигән хәбәрҙәр таралды һуңғы арала. Аҡса күсереү өсөн реквизиттар ҙа күрһәтелгән. Ләкин егеттең адвокаттары был хәбәрҙең ялған булыуы хаҡында белдерҙе. Адвокаттар Руслан Нагиев менән Рауил Туғушев икеһе лә социаль селтәрҙә халыҡҡа мөрәжәғәт итте. Улар Шәмсетдинов өсөн аҡса йыйыусы ялғансылар - аферистар булыуын иҫкәртте.
Сығанаҡ: "Татар-информ"
Читайте нас