Яйыҡ
+24 °С
Облачно
Новости
9 Января 2021, 16:54

Хәсән Усмановты тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ

Күрше райондан, яҡташ тиерлек:)

Хәсән Хәжиәхмәт улы Усманов 1975 йылдың 9 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған. 1982 йылдан 1992 йылға тиклем Асҡарҙың 1-се урта мәктәбендә уҡый, бер үк ваҡытта урындағы сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә (торба класы, уҡытыусыһы Сәғәҙәтов И. А).
1990 йылда Хәсән Урал аръяғы музыка мәктәптәре араһында үткәрелгән йәш музыканттар зональ конкурсы лауреаты дипломына лайыҡ була[1].
1992 йылда Сибай ҡалаһындағы политехник колледжына уҡырға инә. 1993—1995 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, 1995—1996 йылдарҙа Сибайҙа уҡыуын дауам итә, күңел ҡушыуы буйынса «Йәнгүзәл» вокаль ансамбле составында сығыш яһай.
1996 йылда башҡорт халыҡ йырын башҡарыусыларҙың Сибайҙа уҙғарылған 1-се төбәк-ара конкурсында ҡатнаша. Талантлы йырсыны Камил Абдрахман улы Вәлиев Өфө сәнғәт училищеһына вокаль бүлегенә уҡырға саҡыра. В 1996—2000 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегендә (И. Г. Ивашков класы) уҡый[1].
Уҡыған осорҙа Сибай, Өфө, Ҡазан, Нальчик һәм башҡа ҡалалар үткән төрлө кимәлдәге йыр бәйгеләренең лауреаты була.
2000—2006 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый (профессор М. С. Алкин класы) һәм уны магистр дәрәжәһендә тамамлай. 2001 йылдан уҡыу менән бергә республика һәм Рәсәй буйлап гастролдәрҙә йөрөй.
2003 йылда башҡорт музыкаһын пропагандалау һәм йәш йырсыларға ярҙам күрһәтеү маҡсаттарында «Хәсән» ижади студияһын аса[2].
2004—2006 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, 2007—2008 йылдарҙа — «Мираҫ» ансамбле (Өфө) солисы. 2008—2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығының Уҡыусы йәштәр үҙәгендә эшләй.
2003 йылдан «Хәсән» ижади студияһы етәксеһе һәм солисы. Мәғлүмәттәр Башҡорт Википедияһынан алынды.
Читайте нас