Кефирҙан татлы бәлеш әҙерләп ҡарағыҙ! Тиҙ һәм еңел генә әҙерләнгән тәмлекәс табынығыҙҙы йәмләр.
Кәрәк буласаҡ:
250 мл кефир;
250 г он;
110 г аҡ май;
80-120 г шәкәр;
2 йомортҡа;
ҡамыр йомшартҡыс (10 г);
ванилин;
үҙегеҙ теләгән емеш-еләк (150 грамдан, мөмкин туңдырылған).
Бөтә ингредиенттар ҙа бүлмә температураһында булырға тейеш.
Барыһын бергә ҡушып болғатабыҙ. Киң табаға ҡамырҙың бер өлөшөн ҡоябыҙ, емештәрҙе теҙеп сығабыҙ, өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы ҡойоп тигеҙләйбеҙ.
Алдан ҡыҙҙырылған духовкала 180 градуста 40-50 минут бешерәбеҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!