Булат (Тимербулат) Ғөбәйҙулла улы Имашев 1908 йылдың 27 февралендә
Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1]Аҙнай ауылында тыуған. Уның атаһы, элекке улус старшинаһы теремек аҡыллы, тура һүҙле, ғәҙеллек яратҡан уҙаман була. Халыҡ йырҙарын яратҡан, дәртле бейеүсе булған. Булатҡа атаһынан музыкаль һәләт кенә түгел, сая тәүәккәллек тә күскән, 13 йәшендә үҙ аллы тормош башлай үҫмер.