Яйыҡ
+11 °С
Дождь
Новости
11 Января 2021, 06:05

Буш тормаһын мәсеттәребеҙ!

Ҡоҙаш ауылы мәсете эшмәкәрлеге тураһында

Буш тормаһын инде
мәсеттәребеҙ!
Башта мәҡәләнең исеменә аңлатма бирергә кәрәктер. Ни эшләйһең инде, Хоҙай беҙҙе пандемия менән һынаған осорҙа ғибәҙәтханаларға йөрөүселәр ағымы ла сикләнде. Шулай булырға тейеш тә. Ә гәзитебеҙҙең күптәнге авторы Әсмә Шәңғәрәй ҡыҙы бында икенсе мәсьәлә күтәрә. Эйе, беҙ ҙә уның кеүегерәк фекерҙә, башҡортса әйткәндә “суфыйҙан да нығыраҡ суфыйланып” иманға тартылған (йә тартылыуҙары мөмкин) кешеләрҙе һис тә өркөтөргә ярамай.
Тыйылмағанды тыймайыҡ
Ислам динендә шиғыр яҙыу һәм уҡыу бер ваҡытта ла тыйылмаған. Юҡҡамы ни, мосолмандар араһында мәшһүр шағирҙар күп. Пәйғәмбәрекбеҙгә (с.ғ.с.) Аллаһ индергән изге китап – Ҡөрьән Шәрифтә рифмалы сәсмә әҫәр формаһында төҙөлгән бит!
Рәсүлебеҙ шиғыр тыңларға яратҡанлығы хаҡында хәҙистәр белгесе Сәхийх Бохари түбәндәгеләрҙе әйтә:
-Хәсәндең шиғырҙарын тыңлағас, Рәсүлүллаһ, тағы һөйлә, Ябраил фәрештә һинең менән, тигән.
Рәсүлүллаһ үҙенең ҡатындары менән бергә йыйналып, уларҙың береһенән шиғыр уҡытып тыңларға яратҡан.
- Рәсүлүллаһ мәжлесендә йөҙ мәртәбәнән артыҡ булдым. Шул мәжлестәрҙә сәхәбәләр шиғыр һөйләйҙәр, яһилиәт заманында булған ваҡиғаларҙы иҫкә алалар. Рәсүлүллаһ шуларҙы тыңлай һәм күп ваҡытта көлөмһөрәп ултырыр ине.
Был шиғыр һөйләгән мәжлестәр ҡайҙа үткән? Мәсеттәме, башҡа ерҙәме? Беҙгә билдәле булыуынса, шиғырҙарҙы мәсеттәрҙә лә уҡығандар. Был хаҡта хәҙистәр йыйнаусы һәм өйрәнеүсе мәшүр ғалимдарҙың береһе Әхмәт бин Хәнбәл әйткән:
-Мәсет шәрифтә Хәсән шиғыр әйткәндән һуң, былай тип өҫтәгән:” Хәҙәрәти Ғүмәр, мин был урында һинән изге кеше бар ваҡытта ла шиғыр һөәләгәнем булды “. Тимәк, Рәсүлүллаһ йәшәгән ваҡытта мәсеттән намаҙ уҡып ҡына таралмағандар. Мәсет –аралашыу, фекер алышыу, нәфис һүҙ тыңлау урыны ла булған.
Ҡайһы бер кешеләрҙең, көйләү, музыка ҡоралдарында уйнау һәм уларҙы тыңлау хәрәм һәм мәкрүһ тип дәғүә ҡуйыуҙары бигүк дөрөҫ түгелдер, сөнки Ҡөрьән һәм сөннәттә аныҡ дөйөм тыйыу юҡ. Мәшһүр мәҙһәбтәрҙең башлыҡтары булған имамдарҙан да был хаҡта асыҡ һүҙҙәр барлығы беленмәй.
Рәсүлүллаһ хәҙрәттәренең ғәйет көндәрендә, туй ваҡыттарында уйын уйнауҙан тыймағанлығы билдәле. Был турала хәҙистәр белгесе Сәхийх Бохари күп яҙа: “ Баштан хәрәм булмаған нәмә нисек ғәйеттә һәм туйҙа ғына хәрәм булһын, ти”.
Музыка тауышы кешеләрҙең ҡайғыларын кәметә, йәндәренә рәхәтлек һәм сабырлыҡ бирә, рух ауырыуҙарын табиптар юҡҡа ғына көй-моң менән дауаламаған инде!
Был бәхәсте йомғаҡлап, шуны әйтә алабыҙ: боҙоҡ, хәрәм эштәрҙе эсенә алмаһа, уйын ҡоралдарында уйнау, музыка тыңлау, йырлау Исламда тыйылмаған. Тыйыусылар боҙоҡ эштәрҙе күҙ алдында тотҡан булһа кәрәк. Борон заман беҙҙең башҡорт-татар араһында музыканы тыйыу саманан тыш булған инде, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ тураһында һүҙ барғанда. Көй-моң кешене үҙенә йәлеп итә. “Ислам донъяһы ошо эште әхлаҡ төҙәтеү, сафлыҡ, намыҫ таратыу юлында сәбәп ҡылырға тейеш. Өй эсендә һәм ғаилә уртаһында ҡәрендәш һәм ҡәбилә, туған һәм тумасалар араһында көйләү һәм тыңлау ғәйеп һаналмай”. Был һүҙҙәрҙе Ризаитдин Фәхретдин 1916 йылда яҙған. Күренекле дин белгесе Ғатаулла Баязитов былай тип яҙған: “ Музыкаль гамманы Көнбайыш илдәре ғәрәптәрҙән – Ислам донъяһынан алғандар, ғәрәптәр был гамманы Һиндостандан алған. Был хәл – Ислам донъяһында музыканың тыйылмағанлығына күрһәткес”. Христиан ғәрәптәренән булған ғалим Зәйдән Джирджи үҙенең “Ислам мәҙәниәте тарихы” китабында Ислам ғәрәптәре араһында музыканың һәм музыка сәнғәтенең ныҡ таралғанлығын, Ислам килгәс тә тыйылмағанлығы тураһында әйтә (был мәғлүмәттәр “Татар мосолман календары” нан алынды.
Музыканың тәьҫир көсө ҙур. Мин үҙем дә йырларға һәм мандолинала уйнарға яратам. Тормошомда ҙур юғалтыуҙар күрергә лә тура килде. Ҡайғыларымды ла, шатлыҡтарымды ла йөрәгемдән сыҡҡан моң менән баҫам. Бер һүҙ менән, тыйылмағағандарҙы тыйып маташыуҙар һис тә дөрөҫ түгелдер ул!
Бер байрам тураһында
Һуңғы йылдарҙа “Нур” мәҙрәсәһенә йөрөп Ҡөрьән уҡырға өйрәндем. Фрунзе Тайфур улы Мирасовтың өндәүенә эйәреп, туғыҙ тупһа аша атлап, мәсетле лә булдыҡ. Беҙгә ярҙам итергә тороусылар артыҡ күп булманы инде.. Үҙебеҙҙең ауылдашыбыҙ, уҡыусыбыҙ ошо мәсетте булдырыуға 700 меңләп һум аҡсаһын тотто. Эйе, Илдус Закиров был эште үҙ өҫтөнә алмаһа, беҙгә бындай мәсет тәтемәҫ ине. “Мәүлиҙә” мәсете асылыуға бер йылдан ашты хәҙер. Шул ваҡыт эсендә икешәр тапҡыр Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәре, Мәүлит байрамдарына йыйылдыҡ. Шөкөр, бөгөн беҙҙә дингә ҡараш үҙгәрҙе. Хатта, дәүләт етәкселәре сит илдәргә барғандарында сиркәүҙәргә, мәсеттәргә барып ғибәҙәт ҡылалар. Был иманлыҡ билгеһе. Әммә быуатҡа яҡын кеше аңына сәселгән дәһрилекте (атеизмды) тиҙ арала хәтерҙән юйып ташлау еңелдәрҙән түгел. Тамырҙарын тәрән ебәреп өлгөрҙө. Яулыҡ ябынып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙан көлгән, яулығыңды сисмәһәң, эшкә алмайбыҙ, тип янаған етәкселәр ҙә юҡ түгел әле бөгөнгө көндә.
Беҙ ҙә мәсеткә килеп Ислам нигеҙҙәрен өйрәнеп, вәғәздәр тыңлап, намаҙға баҫырға әйрәнә башланыҡ. Муллаһыҙ мәсеттә үҙебеҙҙең күңелебеҙгә тыныслыҡ табып, йома сәйҙәре эсеп, хәйерҙәр, бүләктәр бирешеп таралышабыҙ. Мәсеткә килеп, исмаһам, дәртләндереп йөрөүселәр бигүк күп түгел шул. Ситтән ҡарап, төркөм-төркөм ләстит һатып күҙәтеүселәр генә етерлек..... Ҡайҙандыр бик белемле мулла килер ҙә, ауылда дин таратыр тип өмөт итәбеҙ. Тик беҙгә ситтән килеп, йәне-тәне менән бирелеп дини тәғлимәттәр таратыусы булмаясаҡтыр. Әлегә хәлдән килгәнсә барыбыҙға бергәләшеп тырышыр кәрәктер.
Мәсетебеҙ шул тиклем матур, иркен. Ә эргәлә генә Ҡоҙаш ауылы клубы авария хәлендә. Район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының “Башҡорт халҡының милли аштары” темаһына арналған сараһын беҙҙең мәсеттә үткәрергә тәҡдим яһаным. Сөнки бының өсөн беҙҙә бөтә шарттар ҙа бар. Клубтың ҡайһы ерендә сәй ҡайнатһындар ҙа, ҡайҙа һауыт-һабаны урынлаштырһындар? Әлхәмдулилләһ, мәсеттә һауыт-һабалар, матур келәмдәр түшәлгән залдар күҙҙең яуын алып тора.
Был сара көткәндән дә йөкмәткелерәк килеп сыҡты. Милли аштарҙың ниндәйе генә юҡ ине! Ә үҙебеҙ теккән күлдәктәребеҙ, ҡашмау-түшелдеректәребеҙ күҙҙең яуын алып торҙо.
Райондан килгән ҡунаҡтарыбыҙ шул тиклем ҡыуанды, хис-тойғоларын тыя алмай сәпәкәй сабырға ла тотондолар. Бик тә күтәреңке күңелдә, ҡыуанышып таралыштыҡ. Әммә күпмелер ваҡыт үтеүгә бәғзе ауылдаштарҙан: “ Мәсеттә сәпкәй сабып ултыралар. Ҡайһылары яулыҡ та ябынмаған. Ғонаһ йыйып йөрөйҙәр”, - тигән һүҙҙәр ишетәбеҙ.
Эйе, мәсеттә сәпәкәй сабыу дөрөҫ түгел, беләбеҙ. Эйе, мәсеттә яланбаш ултырыу ярамай, был да аңлашыла, шул тиклем наҙан түгелбеҙ. Шуға ла, баш кейемһеҙ килгән ханымдарға матур дини яулыҡтар бүләк иттек. Һәр береһенә Илшат Хафиздың “ Намаҙ уҡыу тәртибе” китабын тапшырҙыҡ. Аллаһ бойорһа, киләһе тапҡырҙарҙа яулыҡтарын ябынып, намаҙ уҡыу тәртибе менән таныш булып, үҙҙәрен икенсерәк рәүештә тоторҙар.
Сараны яҡшы кимәлдә үткәрергә булышлыҡ иткән ауылдаштарыбыҙ Илүзә Юнысова, Венера Йыһаншина, Гүзәл Рәхмәтүллина, Минзилә Исәнбаева, Әлиә Закирова , Сәлихә Ҡобағошева , аш-һыу бешереүсе Нурзилә Шәйхетдин кызы Лотфуллина һәм Люция Янбай кызы Рәхмәтүллиналарға рәхмәт әйтеп, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы теләп ҡалабыҙ.
Әхирәттәребеҙ, таныштарыбыҙ, зат-зәүерҙәребеҙ телевизорҙан беҙҙең был сараны күреп шатланғандар, кемдер иман тураһында нығыраҡ уйлана ла башлағандыр : һәр хәл-ваҡиғаның нигеҙендә Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте икәнлеген онотмаһаҡ ине!
Әле тегендә, әле бында мәсеттәрҙә Ололар көнө, башҡа саралар үткәрелеү тураһында ла ишетеп торабыҙ. Әҙәп һаҡлап, матур итеп ойошторола икән, бынан һис тә ҡурҡырға кәрәкмәҫтер. Шул тиклем сығымдар сарыф итеп мәсеттәр төҙөп тә, йоҙаҡ элеп ҡуйып булмайҙыр инде. Ә кешеләр ғибәҙәтханаға йышыраҡ килә икән, иртәрәкме- һуңғараҡмы, ләкин бары иман нуры йоғасаҡтыр уларға. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар, бәлки, фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашырҙығыҙ?
Вәт, исмаһам, бүләк!
Ошо көндәрҙә Мирасов Фрунзе Тайфур улының ғаиләһе - ҡатыны Зилиә Закир ҡыҙы, ҡыҙҙары Земфира, Зөһрә, Рузалия “Мәүлиҙә” мәсетенә “Атлант” һыуытҡысы бүләк иттеләр. Бик ҡыуандыҡ, ихлас күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ.
Кеше үлгәс тә, уның ғәмәл дәфтәрен балалары изге эштәр менән дауам итә ала. Фрунзе ағайыбыҙҙың да йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын инде! Ошо саҙаҡалары мәрхүмдең ҡатынын һәм ҡыҙҙарын бәлә-ҡазаларҙан, әфаттарҙан, насар һүҙҙәрҙән, насар күҙҙәрҙән һаҡлаһа ине! Һаулыҡтарына, балаларына ҡыуанып бәрәкәтле ғүмер итеүҙәрен теләп ҡалабыҙ!
Мәсеткә йөрөп хәлебеззән килгәнсә Ислам дине нигеззәрен өйрәнәйек, йәмәғәт, намазға баҫайык. Без был фани донъяла ҡунак кына, әхирәткә ысын мосолман булып күсергә әзерләнәйек!
Әсмә Хисамова, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы, “Мәүлиҙә” мәсетен етәкләүсе
Читайте нас