Был донъяла ниҙәр бар?
10 ғинуарҙан алып аҡса әйләнешенә контроль көсәйтелә. Почта йә кеҫә телефоны аша бер кеше икенсегә 100 мең һумдан ашыу сумма күсерә икән, һалым хеҙмәте күҙәтеүенә эләгәсәктәр, ти. Берәйһе банкомат аша үҙенең иҫәбендәге 600 мең һәм унан күберәк сумманы ҡулаҡса итеп ала икән, шулай уҡ тикшереү аҫтына эләгеүҙәре ихтимал. 3 миллион һумдан ашыу суммаға күсемһеҙ милек менән эш итеүҙәр, йәғни йорт-фатир алыу йә һатыуҙарға шулай уҡ контроль көсәйтелә, тип иҫкәртелде - ниҙер шикле булып тойола икән, хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнә башлаясаҡ. Бер ҡараһаң, ришүәтселек-коррупция менән көрәш өсөн ҡулай буласаҡ. Ә икенсе яҡтан..... Иғтибар иткәнегеҙ бармы - эттең эте, һайларға форсат бар икән, тәпәшерәк буйлы һәм насарыраҡ кейенгән кешегә өрә башлай. Ысын ришүәтселәр анһат ҡына яңы тәртипте урап үтеү юлын тапмаһын да, осраҡлы рәүештә генә бер аҙ килем алып, ошонан һалым түләмәгән ябай халыҡҡа бөтә баҫым төшмәһен, тип теләргә генә ҡала!
РФ премьер-министры Михаил Мишустин ҡабул иткән ҡарарға ярашлы, 2021 йылға Рәсәйҙә йәшәү минимумы 11 653 һум күләмендә билдәләнде. Шул иҫәптән эшләгән кешеләргә - 12 702, балаларға – 11 303, песионерҙарға – 10 022 һум.
Мурманск өлкәһе властары айырыуса һәләтле һәм инвалид балаларға, уҡыу алдынғыларына, коронавирус менән көрәшкән табиптарҙың сабыйҙарына 3 900 дана Яңы йыл бүләге тапшыра. Өс мең һумлыҡ набор эсендә - тәм-том, глобус, брелок, ниндәйҙер махсус мендәр һәм фонарь һалына. Тап ошо фонарь менән бәлә сыға ла инде. Көс йыйырға электр селтәренә ҡуйһалар, шартлай башлағандар, ти. Ҡурҡыныс бүләктәр экспертизаға ебәрелгән.
БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай РФ Дәүләт Думаһына закон проекты тәҡдим итмәксе. Был хаҡта ҡарар былтырғы йылдың аҙағында ҡабул ителгән. Депутаттарыбыҙҙың фекеренсә, водитель бер йыл эсендә ике тапҡыр иҫерек килеш руль артында тотолһа йә иҫерек көйөнсә ауыр юл-транспорт һәләкәте башҡарһа, автомобилен конфискациялау, йәғни тартып алыуҙары мөмкин буласаҡ. Был алым айырым Европа илдәрендә ҡулланыла һәм ыңғай һөҙөмтә бирә икән. Федерация депутаттары инициативаны кире ҡаҡмаһын ине – кем тамағына баш була алмай, йәйәү йөрөһөн!
Илдәге православие сиркәүе башлығы патриарх Кирилл бар кешеләрҙе пандемиянан һаҡланырға саҡырҙы. Коронавирустың булыу-булмауына шөбһәләнеү ҙә, Хоҙайға ышанмау ҙа әҙәм балаһының үҙе өсөн ҡурҡыныс, тип тә өҫтәй. Төптән ҡараһаң, нәҡ шулай инде. Ышанмайым, тип әйтеүҙән генә ысынбарлыҡ хәүеф-хәтәрҙәр үҙҙәренән-үҙҙәре ғәйеп булмай.
Мәскәү янындағы Ивантеевка ҡалаһында эттәр 11 йәшлек малайҙы талап үлтерҙе. Сабый ата-әсәһе менән ҡунаҡҡа киләгән булалар, бала яңғыҙы өйҙән ихатаға сыҡһа, хужаның йыртҡыстары өҙгөләйҙәр.... “Рәсәйҙә эт тешләүҙән йылына 300-400 кеше һәләк була. Йорт хайуандарын тотоу тәртибен ҡатыландырыу тураһында закон проекттарын күп тәҡдим итәбеҙ, әммә ҡалғандар ҡаршы төшә”, - тип телмәр тотто ЛДПР башлығы Владимир Жириновский. ....Учалы ҡалаһында ла, район ауылдарында ла бәйһеҙ йөрөгән эттәр һаны күҙгә күренеп арта бара. Эт атыу хәҙер тыйылған, хужаһыҙ эттәрҙе приюттарға урынлаштырыу талап ителә.... Ошо закондарҙың тормошҡа ашырылыуын көтә торғансы, күпме кеше тағын тешләнер, таланыр икән? Ә бит, Хоҙай һаҡлаһын, ары-бире хәл килеп сыҡһа, эт хужалары менән бер рәттән, урындағы власть органдарына ла дәғүә ҡуйыласаҡ.
Американың Нью-Йорк ҡалаһының бер районында тейендәр кешеләргә һөжүм итә башлаған, ти. Кеше өҫтөнә үрмәләп менеп, ҡанға батырғансы тешләү осраҡтары тураһында мәғлүм. Урындағы кешеләр газ баллончиктары йөрөтә башлаған, кемдер ихатаға сыҡҡанда ҡулына ҡар көрәге тота. Һөжүм иткән йәнлектәрҙең ҡоторған булыуҙары тураһында мәғлүмәт юҡ. Күрәһең, бесәй булмаған йортта сысҡандар хужа: гел генә үҙҙәрен иркәләп, һыйлап торғастары, кешеләрҙе баҫымсаҡ итергә булғандарҙыр.
Ә бына Йәһүт автоном өлкәһенең Новотроицкое ауылына ысынында ла ҡоторған бүре киләгндер буғай. Ике этте үлтерә, йылҡы малын яралай. Һуңынан, шау-шыуға уянып сыҡҡан йорт хужаһына ташлана. Ярай ҙа фермер ғәйрәтле ир булып сыға, йыртҡысты быуып үлтерә. Хәҙер ни, барыһына ла ҡотороуға ҡаршы вакцинация үтергә тура килә. Был хаҡта, Рәсәйҙә ысын ирҙәр ҡалған әле, тип, сит ил гәзиттәре лә яҙып өлгәргән.