Яйыҡ
+20 °С
Ясно
Новости
12 Января 2021, 06:40

Былтыр юл һәләкәттәрендә 14 кеше үлде

Ахунда ҡурҡыныс юл һәләкәте булған

Учалы районында былтыр юл һәләкәттәрендә 14 кеше үлде – 2019 йыл менән сағыштырғанда 4 фажиғәгә күберәк. Хәйерһеҙ кәбиҫә йылының хәйерһеҙ аҙағындағы һәләкәт тураһында беҙгә ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова бәйән итте:
-2020 йылдың 29 декабрендә Ахунда ВАЗ-2107 һәм “Ока” автомобилдәре бер-беренә бәрелде. Тәүгеһе менән 40 йәшлек урындағы кеше идара итһә, “Ока” менән – 68 йәшлек Силәбе өлкәһе кешеһе. Оло водитель, фажиғә урынында медицина ярҙамы күрһәткәндә, йән бирә. ВАЗ -2107 автомобиле лә ныҡ иҙелә, пассажирын сығарыу өсөн ҡотҡарыусыларға махсус техника ҡулланырға тура килә. Әлеге мәл бөтә хәл-шарттар асыҡлана.
Уяу, тәртипле булығыҙ, яҡташтар, көн боҙолғанда айырыуса һаҡсыллыҡ талап ителә барыбыҙҙан да!
Читайте нас