Яйыҡ
+11 °С
Облачно
Новости
12 Января 2021, 13:10

Иң хәүефле ваҡыт – 14.00 сәғәттән 21.00 сәғәткә тиклем

Учалы районының Юл-хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәте буйынса 2020 йылда ҡала-районыбыҙ биләмәһендә 675 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Учалы районының Юл-хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәте буйынса 2020 йылда ҡала-районыбыҙ биләмәһендә 675 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 30 кеше ҡазаланған, былтырғыға ҡарағанда 4 кешегә күберәк. 14 кеше үлгән (+4) һәм 29 кеше (-9) төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Юл ваҡиғаларының күпселеге (75 проценты) водителдәрҙең юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙары арҡаһында ҡылынған. 31 юл ваҡиғаһының 8 – йәйәүлеләрҙе тапатыуға, 9 – һуғылыуға, 8-түңкәрелеүгә, 4 – ҡаршылыҡтарға осрауға, 2-юлдан төшөүгә тура килә. Күпселек осраҡта юл ваҡиғалары шишәмбе, шаршамбы һәм йома көндәрендә теркәлгән. Статистикаға бәйле водителдәр өсөн иң хәүефле ваҡыт – 14.00 сәғәттән-21.00 сәғәткә тиклем, тип һанала.

Читайте нас