Ошо көндәрҙә Учалыла “Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” маҡсатлы федераль программаһына ярашлы, йәш ғаиләгә йорт асҡыстары тапшырылды.
Районыбыҙ “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһына ҡушылыуы, Башҡортостанда ғәмәлгә ашырылған проект сиктәрендә Сәфәр ауылында яңы йорт һалыныуы тураһында бәйән иткәйнек инде. Был өй ауыл ерендә эшләгән уҡытыусы өсөн тәғәйенләнгән ине.
Сәфәр ауылынан Роза Әхмәткирәеваның ғаиләһе, ниһайәт, үҙ йортлы булды. Роза Сәфәр урта мәктәбендә 13 йыл уҡытыусы булып эшләй, тормош иптәше Риф менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Вилена ҡыҙҙары БДУ-ның икенсе курсында белем ала, Салауат - 10 класс уҡыусыһы, ә кинйәләре Арсланға 4 йәш.
Йәш ғаиләләр өсөн торлаҡ иң сетерекле һәм мөһим мәсьәлә. Ҡуртымға фатир алып йәшәү йәки уны һатып алыуға оҙаҡ йылдар аҡса йыйыу ситуациянан сығыу юлы түгел.
Тәүҙә Әхмәткирәевтар бәләкәй генә иҫке йортта йәшәйҙәр, һуңынан кеше йортон сисеп йәшәйҙәр. Тора-бара аҡса йыйып, ул йортто һатып алалар. Шулай ҙа ишле ғаилә өсөн был ғына майҙан етмәй. 2012 йылда Роза торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн документтар йыйып тапшыра һәм бына, ниһайәт, Яңы йыл алдынан торлаҡлы булалар. Матур, ҙур йорт ҡуртым килешеүе буйынса Сәфәр ауылында төҙөлгән. Майҙаны - 95 квадрат метр, ике йоҡо бүлмәһе, ҡунаҡ бүлмәһе, кухня, душ бүлмәһе бар. Иң мөһиме - өйгә һыу үткән.
-"Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” маҡсатлы федераль программаһына ярашлы, социаль түләүҙәр ауыл ерендә йәшәгән һәм социаль өлкәлә йәки агросәнәғәт комплексында эшләгән йәш ғаиләләргә, белгестәргә бирелә. Илдә демографик хәлде иҫәпкә алып, уға тәү сиратта күп бала тәрбиәләгәндәр хоҡуҡлы, - тине район хакимиәтенең торлаҡ бүлеге начальнигы Айгөл Ҡәҙербаева.
2019 йылдан программаның төп маҡсаты булып ауыл ерендә йәшәүселәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу тора.
"Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” маҡсатлы федераль программаһына ярашлы Сәфәр ауылында төҙөлгән йорт өсөн федераль, республика һәм район бюджетынан ике миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Дүртенсе сығанаҡ - ул бюджеттан тыш фонд - бағымсының матди ярҙамы ла бүленә. Ғаилә төҙөлөшкә бер ниндәй ҙә сығым индермәй, һуңынан йорт ҡуртым килешеүе буйынса ғаиләгә тапшырыла, йәғни ғаилә биш йыл эсендә ошо йортта йәшәй һәм биш йыл эшләгәс, йорттоң 10 процентын түләп, үҙ милкенә күсерә. Йортто аукционда еңгән "Уралэнерго" юл-төҙөлөш компанияһы эшселәре төҙөгән.