Яйыҡ
+23 °С
Облачно
Новости
12 Января 2021, 09:00

Яна Ғәббәсова – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

«Голос» шоуы еңеүсеһе Яна Ғәббәсоваға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеме бирелде.

Беренсе каналдың туғыҙынсы «Голос» шоуы еңеүсеһе Яна Ғәббәсоваға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеме бирелде.
Йырсыға маҡтаулы исемде республика башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Яна Ғәббәсова - Нефтекама ҡалаһынан. 17 йәшлек яҡташыбыҙ илдең төп йыр проектының йомғаҡлау этабына үткән берҙән-бер ҡыҙ булды. Яна Ғәббәсова һүҙҙәренсә, «Голос» шоуынан һуң үҙе йырҙар яҙып, тыңлаусыларын ҡыуандырырға уйлай.
"Башинформ"
Читайте нас