Һуңғы тәүлектә яуған ҡар юлдарҙа хәүеф тыуҙыра. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәргә юлда йөрөгәндә, сәфәргә сыҡҡанда иғтибарлы булыуҙарын үтенә. Ошо арала ғына әллә күпме авария теркәлеп өлгөрҙө. Республика трассаларында үлемесле ваҡиғалар теркәлде, ҡорбандар араһында балаларҙың булыуы бик үкенесле.