Яйыҡ
+21 °С
Дождь
Новости
13 Января 2021, 06:10

Банк хеҙмәткәрҙәре улай эш итмәй!

Учалы ҡатыны 18 мең һумын юғалтты

Был хаҡта беҙ ҙә ҡат-ҡат яҙҙыҡ, телевидение лә йыш иҫкәртә, әммә һәр кемдең үҙенә килеп ҡағылһа, алдан белгәндәр онотолалыр инде...
БР буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо арала 41 йәшлек райондашыбыҙға билдәһеҙ кеше телефондан шылтырата, үҙен банк хеҙмәткәре, тип таныштыра, һәм хәйләләп ҡатындан 18 мең һум аҡсаһын ҡайҙалыр күсертә. Республикала бер тәүлек эсендә 9 мутлашыу осраҡтары теркәлгән, күпмелере билдәһеҙ ҡалыуы ла мөмкин.....
Тағын да берәй тапҡыр әйтәйек: ысын банк хеҙмәткәрҙәре телефон аша бер бер ҡасан бер ҡайҙа ла аҡса күсерттермәй! Банктан тип шылтыраталар икән, телефонды һалығыҙ ҙа, кәрәк икән, банка үҙегеҙ алдан белгән номер буйынса (банк картаһында күрһәтелә) бәйләнешкә сығып, һораша алаһығыҙ.
Читайте нас