Бөгөн 13 ғинуар 08.02 сәғәттә 24-се янғын һүндереү часына Учалы ауылының Дуҫлыҡ урамында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына шундуҡ янғын һүндереүселәр юллана. Янғын ағас йорттоң ҡыйығын ялмап алған була, ялҡын тиҙ һүндерелә, күршеләге өйҙәр зыян күрмәй. Шуныһы ҡыуандыра, һәләк булыусылар, йәрәхәт алыусылар юҡ. Янғындың сәбәптәре тикшерелә, ваҡиға урынында БР Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе эшләй.
Әйткәндәй, кисә шулай уҡ Сәфәр ауылында ла янғын теркәлә, йорт янды. Зыян күреүселәр, һәләк булыусылар юҡ. Янғын һүндереүселәр утты тиҙ ауыҙыҡлай, ситкә таралырға ирек бирмәй.