Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Новости
14 Ғинуар 2021, 11:01

Алтын сәнәғәтселәре менән һөйләшеү

Ураҙҙар ҡаршы төштө

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн Ураҙ ауыл Советында йәмәғәт менән фекер алышыу сараһы (публичные слушания) ойошторолдо. Алтын менән шөғөлләнгән “АльтИнвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған участканы ауыл хужалығы ерҙәре категорияһынан сәнәғәт ерҙәре категорияһына күсереүҙе һорап мөрәжәғәт иткән була.
Бер генә кеше тыйылып ҡалды, буғай, йыйылышҡа килгән ҡалған халыҡ барыһы ла ҡырҡа ҡаршы төштөләр. Экология, элек файҙаланған ерҙәрҙе рекультивациялау тураһында һүҙ күп күтәрелде. Был проблема менән урындағы район хакимиәте лә үҙ вәкәләттәре сиктәрендә төрлә инстанцияларға байтаҡ мөрәжәғәт иткән була икән.
Был хаҡта гәзиттең киләһе һандарында тулыраҡ яҙырбыҙ.
Читайте нас