Яйыҡ
+21 °С
Ясно
Новости
14 Января 2021, 05:49
Шөғәйепова Минзәлә Нурмөхәмәт ҡыҙы
Юбилей менән ҡотлайбыҙ!
Шөғәйепова Минзәлә Нурмөхәмәт ҡыҙы
(
14 ғинуар
1961 йыл
) — комсомол,
партия
органдары, дәүләт хеҙмәте һәм матбуғат ветераны, шағир. 2018 йылдан
Башҡортостан Яҙыусылар союзы
ағзаһы.
Минзәлә Нурмөхәмәт ҡыҙы Шөғәйепова 1961 йылдың 14 ғинуарында
Башҡорт АССР-ының
Учалы районы
Ураҙ
ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.
1976 йылда Ураҙ урта мәктәбенең һигеҙ класын тамамлағандан һуң Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә
1980—1982 йылдарҙа Учалы районы
Баҙарғол
мәктәбендә уҡытыусы.
1982—1985 йылдарҙа Учалы районы «Урал» колхозының комсомол ойошмаһы секретары.
1985—1988 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Учалы ҡала комитетының 2-се секретары.
1988—1991 йылдарҙа «Урал» колхозының партком секретары.
1991—1995 йылдарҙа Ураҙ ауыл Советы рәйесе.
1995−1996 йылдарҙа Учалыла нәшер ителгән «Өлкәр» журналының баш мөхәррире.
1996—2000 йылдарҙа Учалы ҡала һәм район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире.
2000—2001 йылдарҙа
«Яйыҡ» гәзитенең
баш мөхәррире.
2001—2005 йылдарҙа Учалы ҡала һәм район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.
2005—2013 йылдарҙа
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында
матбуғат һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгес
[1]
Минзәлә Шөғәйепованың тәүге мәҡәләләре һәм шиғырҙары мәктәптә уҡыған сағында, студент йылдарында уҡ район һәм республиканың көндәлек матбуғат баҫмаларында баҫыла башлай. 1987 йылда «Йәш көстәр» альманаһында күмәк авторҙар менән бергә шиғырҙары тәүләп донъя күрә. Артабан тыуған ҡалаһында 5 китабы сыға:
«Көртмәле» (Учалы, 2007)
«Бала — саҡтың нурлы әләме» — (Учалы, 2008)
«Шыршы турғайы» (Учалы, 2009)
«Арҡайым» — (Учалы 2011)
« Байрамғол» (тарихи очерктар, Ф.Яхин менән берлектә) — (Учалы 2012)
Минзәлә Шөғәйепова шиғырҙарына йырҙар ҙа ижад ителгән.
Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премия лауреаты (2019) Мәғлүмәттәр Башҡорт Википедияһынан алынды.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"