Район хакимиәтендә ошо сараны үткәреү буйынса комитет ултырышы үткән. Керәшен һыу ҡойоноуы өсөн ике урын ойошторола тип хәбәр ителде – Учалы ҡалаһы быуаһында һәм Миндәктә Мисәле (Миссели) күлендә. Был тирәлә хоҡуҡ һаҡлау, медицина хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар дежурҙа торасаҡ.
Ҡыш көнө һыуға сумыу экстремаль һынау бит инде – кемдеңдер хәле хөртәйеп китеүе лә бар. Ҡайһы бер кешеләрҙең (шул иҫәптән мосолмандарҙың), дин йолаһы өсөн түгел, һаулыҡ өсөн һыуға сумып сығам, тигәндәрен дә ишетергә тура килгән бар. Әллә инде, пандемия ваҡытында айырыуса һаҡ булырға кәрәктер – ябай тымау тейһә лә, коронавирус түгелме, тип күпме бошонорға, тикшерелергә тура киләсәк....